Йәмғиәт
30 Ғинуар 2022, 09:00

Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим

Театр сәхнәһендә һәр саҡ тамашасының күңелен күтәргән, ҡарашын ыңғай яҡҡа үҙгәрткән, тормошҡа балаларса шатланып ҡарарға өйрәткән геройҙар бар. Уларға ҡарап берсә ихлас көләбеҙ, берсә мыш-мыш килеп илайбыҙ... Ә бына шул образдарҙы тыуҙырған актерҙарҙың яҙмышы һәм тормошо нисегерәк икән? Бөгөн һеҙ ҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, үҙегеҙҙе театр тамашасыһы ролендә хис итеп ҡарағыҙ. Һеҙҙең алда – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актеры Рафиҡ ХӘСӘНОВ.

Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһимНиндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим
Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим

- Рафиҡ Рафаэль улы, бөгөн һеҙ театр һәм кино сәнғәтендә башҡарған геройҙар – сағыу тормошло, көслө ихтыярлы, тәрән хисле, ҡайһы бер осраҡта хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы ла образдар. Моғайын, актер булыу теләге бала саҡтан киләлер?

- Үҙемә килгәндә, Баймаҡ районы Бетерә ауылында Зәмһәр һәм Рафаэль Хәсәновтар ғаиләһендә тыуғанмын. Атайым мәрхүм булғас, миңә – 7 ай, Розалия апайыма 1 йәш ярым булған саҡта әсәйемдең тыуған ауылы Беренсе Этҡолға күсеп ҡайтҡанбыҙ. Шулай итеп, беҙ өләсәйем менән ҡартатайымдың ун балалы ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫтек. Бәләкәй саҡта арҡа терәүселәрем дә әсәйемдең ҡустылары булды. Улар – мине ир-егеткә кәрәк булған етмеш ете һөнәр серенә төшөндөрөүселәр. Ә ҡартатайымдың ете-һигеҙ генә йәшемдә ат егергә өйрәтеүе ғүмерлеккә хәтеремә уйылған. Әйткәндәй, «Ҡоҙаса» спектаклендә Мөхәмәтша мулланы уйнағанда тап уның образы күҙ алдына баҫты. Сәхнәләге тәүге сығышымды ла иҫләйем... Беренсе класта уҡығанда ауыл мәҙәниәт йортонда «Башҡортостан» йырын башҡарҙым. Һуңынан Ғәлләм тигән бер ауылдаш ағайҙың: «Сәхнәлә ҙу-у-ур ҡолаҡлы, ҡап-ҡара малай йырланы» - тип көлөп һөйләүенән үҙ-үҙемә бикләнергә мәжбүр булдым. Ун йыл дауамында халыҡ алдында сығыш яһауҙан бөтөнләй баш тарттым. Тик сығарылыш класында ғына кураторыбыҙ Ҡәһәрмән Мазһар улының һорауы буйынса ҡабаттан сәхнәгә күтәрелергә йөрьәт иттем. Мәктәпте тамамлап ҡулыма аттестат алғас, әсәйем ике яҡтан да туған-тыумасаны ҡунаҡҡа йыйҙы. Ошо саҡта атайымдың бер туғандарының халыҡ йырҙарын ни рәүешле моңло башҡарыуҙарына иғтибар итеп хайран ҡалдым. Күңелдә ниндәйҙер бер дәрт уянып ҡуйған һымаҡ булды... Тарихсы булыу теләге көслө ине ул ваҡытта. Мәктәптән сығарылғас, документтарымды Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының тарих факультетына тапшырҙым. Яҙмыш ҡушыуымы, осраҡлыҡмы – мине сәнғәткә илткән юл тап ошонан башланған булған икән. Башҡорт теле һәм тарих предметтарынан имтиханды «бишле»гә бирһәм дә, рус теле буйынса һынауҙы үтмәнем. Кире Баймаҡҡа ҡайтҡас, атайымдың бер туған һеңлеһе Рәмилә апайым мәҙәниәт йортона рәссам-биҙәүсе итеп эшкә саҡырҙы. Унда халыҡ театры Гәрәй Исхаҡовтың «Авария» драмаһын сәхнәләштергәндә миңә тәфтишсе ролен тапшырҙылар. Спекталдән һуң Гәрәй тигән ағайҙың бөтә халыҡ алдында: «Иң оҡшаған роль һинеке булды», - тип әйтеүе иңемә ҡанаттар ҡуйҙы. Ошо сығышымдан һуң хеҙмәттәштәрем дә, тамашасылар ҙа, талантымды баһалап, сәнғәт юлынан китергә дәртләндерҙе. Имтихандар мәле яҡынлаша башлау менән, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына юлландым.

- Инглиздәр йыш ҡына: «һәр уңышлы ир-ат артында ҡатынҡыҙ тора, - тиҙәр. Һеҙҙең дә ғаиләлә тап шулайҙыр?

- Ҡатыным Светлана Фәрғәт ҡыҙы – һеҙҙең яҡташығыҙ, Ишембай ҡалаһы һылыуы. Ул да сәнғәт донъяһына мөкиббән ғашиҡ кеше. Әлеге мәлдә Ишембай районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары булып эшләй. Нисек таныштығыҙ, тиерһегеҙ... Уны тәүге тапҡыр күреүем күҙ асып йомған арала булды. Бөгөнгөләй хәтерҙә был күренеш: 1-се курс, сәнғәт институты ятағының аш бүлмәһе... Киске тәғәмдең әҙер булыуын көтөп, сүкәйеп ултырғанмын. Шул саҡ Светлана иптәш ҡыҙы менән инеп сыҡты. Башымдан йәшен тиҙлеге менән: «Был ҡыҙ минең ҡатыным буласаҡ» – тигән уй үтте. Был ваҡиғанан өс йыл үткәс, уның менән яҡындан Салауат Юлаев майҙанында байрам  мәлендә таныштым. Шул ваҡыттан алып, шөкөр, бына 20 йыл бергә. Һөйөклө ҡатыным – ныҡлы терәгем, ул булмаһа, бәлки, бөгөнгө уңыштарға ла өлгәшә алмаҫ инем. Сибай театрында 2001-2003 йылдарҙа эшләп киткәндән һуң, ҡабат сәхнәгә ҡайтырға өгөтләүсем дә Светлана. 2003-2004 йылдарҙа Ишембайҙа йәшәнек, ҡала мәҙәниәт йортонда халыҡ театры режиссеры булып эшләнем. Ә эш хаҡы – түбән, торлаҡ мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшкә урынлашырға тигән уй ҙа бар ине, быраулаусыға ла уҡығайным. «Тәбиғәттән талант, моң бирелгәс, сәхнәнән баш тартыу дөрөҫ булмаҫ», – тине ҡатыным шул саҡ. Тап шулай ярҙан-ярға һуғылып бәрелгәндә, икеләнгән мәлдәрҙә уның миңә ышаныс белдереүе бик мөһим ине. Светлананың атаәсәһе лә – ҡәйнәм Фәриҙә Исхаҡ ҡыҙы һәм ҡайным Фәрғәт Әнүәр улы иҫ киткес ихлас, ябай һәм йомарт кешеләр. Еңел булмаған саҡтарҙа беҙгә төрлө яҡлап ярҙам иттеләр, кәңәш бирҙеләр, балаларҙы ҡараштылар... Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигәндәй, бер көндә иртән «Сәләм» тапшырыуында Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры директоры һәм баш режиссеры Гөлдәр Ильясованың сығышын ҡарағайныҡ. Уның: «Төрлө тамашалар ҡуйырға идеялар күп. Ләкин уларҙы тормошҡа ашырыр өсөн театрыбыҙға бөгөндән йырлаған артистар кәрәк», – тип әйтеүен ишетеүебеҙ булды, Светлана менән шунда уҡ юлға йыйындыҡ. Гөлдәр Мозафаровна мине күреү менән ҡуш ҡуллап эшкә алды. Шулай итеп, 2004 йылда Ишембайҙан Стәрлетамаҡ ҡалаһына йәшәргә күстек... Бөгөнгө көндә һөйөклөм менән өс балаға ата-әсәйбеҙ. Өлкән улыбыҙ Арыҫлан нефть колледжының 4-се курсында уҡып йөрөй, ҡурайҙа уйнай. Айсулпан ҡыҙым үҙем һымаҡ сәнғәт юлын һайланы, ул – Стәрлетамак мәҙәниәт колледжының хореография бүлеге студенты. Кесе улыбыҙ Рамаҙанда ла актерлыҡ һәләттәре ярылып ята, яңыраҡ уның менән бергәләп «Хәйбулла» фильмында төштөк.

 

 

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 4-се һанында (28.01.2022) уҡығыҙ.

Фотолар ғаилә архивынан.

Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим
Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим
Ниндәй генә роль уйнаһаң да, үҙең булып ҡалыу мөһим
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас