

Мәрйәмдең кәйефе бөгөн бөтөнләй юҡ. “60-ҡа етеп барам инде, әле һаман аңламайҙар...” – тип һөйләнде ул туҡтауһыҙ.
Еңел булмаған, әммә бәхетле ғүмер кисерҙе ҡатын. Хаҡлы ялда булһа ла, әле һаман эшләүен дауам итә. Ғүмере буйы ирен дә, балаларын – ғаиләһен – үҙе ҡараны хәстәрлекле ҡатын. Егерме йәше тулып уҙғас, ҡыҙы тыуҙы, уны өләсәй-олатай ярҙамынан тыш үҙе тәрбиәләне. Ире хәрби булғас, ҡайҙа ғына күсенеп йәшәмәнеләр! Әммә ҡатын бирешмәне, эшен дә тиҙ табыр, ҡыҙын да үҙе ҡарар, аҡсаһын да эшләр, барыһына ла өлгөрөр ине. “Хоҙай һәр кемгә үҙе күтәргәндәйҙе ебәрә”, - тиер ине ул. Ә ире тәүлек әйләнәһенә тигәндәй, башкөллө эш тип йәшәне. Хәҙер үҙенең һаулығы шәптән түгел, шуға дарыу-фәләненә лә аҡса бихисап кәрәк...
Мәрйәмдең ҡыҙына 35 йәш тулып уҙған инде. Кейәүҙә, биш йәшлек ҡыҙҙары һәм өс йәшлек улдары бар. “Элек бер ҡасан да ейән-ейәнсәрем менән бергә ултырыуҙан баш тартмай, ҡыуанып ултыра торғайным. Тик хәҙер эштән һуң бик арыйым, өҫтәүенә, өйҙә сирле ирем көтә, донъя мәшәҡәттәре лә етерлек. Хәҙер бына бөгөн ҡыҙым тамам аптыратты: ире менән икеһе, ейән менән ейәнсәрҙе беҙҙә ҡалдырып, бер айға ял итергә китергә булғандар. Тик был юлы түҙмәнем: “Минең дә ял итергә хаҡым бар! Ғүмерем буйы мине берәү ҙә иҫәпкә алманы, минең дә үҙемсә йәшәгем килә” – тип ысҡындырҙым. Хәҙер бына мин алама булып ҡалдым, – ти ҡатын. - Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар төпкөл районда йәшәй, йылына бер-ике килеп урайҙар ҙа һәйбәт булып ҡалалар, ейән менән ейәнсәрҙе үҙҙәренә бер аҙға булһа ла алып ҡалып торорға ашыҡмайҙар. Хәҙер бына ҡыҙыма үҙҙәренең проблемаһын үҙҙәренә хәл итергә ҡуштым”. Был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡыҙы әсәһенә: “Эгоистка! Балаларҙы алып торһаң була бит!” – тип әйтеп рәнйеткән һәм үпкәләгән. “Нисек инде мин – эгоистка! Быға тиклем гел ярҙам иттем, аҡсаһын да бирҙем ваҡытында. Кейәү хәлемде аңлаған кеүек тә, әммә бына ҡыҙым мине ишетергә лә теләмәй. Ваҡыт үткәс, аңлар тип ышанам”, - ти ҡатын.
Хәҙер ҡатын “Нимәлә хаҡлы түгелмен икән? Барыһын да аңлайым, әммә сик булырға тейеш тә инде”, тип өҙгөләнә. Ә үҙе ваҡыт үткәс, ҡыҙы үҙен аңлар, тип уйлай, бала сағында эш тип йөрөп, хаталандыммы икән тип өҙгөләнә, илап та ала. Ул үҙенең “Башҡа өләсәйҙәр бындай осраҡта нимә эшләр ине икән?” тигән һорауына төркөмдәштәребеҙҙән яуап көтә.
Фото: sunhome.ru