

Белгестәрҙең тикшеренеүе буйынса мәктәп йылдарында балаларҙың 50-гә яҡын проценты тиҫтерҙәре яғынан эҙәрлекләүҙәр кисергән.
- Буллинг – ул төркөмдә психологик һәм физик кәмһетеү. Ул баланы йәберләгәндә, төртөп йыҡҡанда,
туҡмағанда, унан мыҫҡыллап көлгәндә, әйберҙәрен тартып алғанда
һәм башҡа ошоға оҡшаш осраҡтарҙа
барлыҡҡа килә. Буллингта өс яҡ сығыш
яһай: буллер (агрессор), ҡорбан һәм
өндәшмәүсе күҙәтеүселәр. Ләкин
шуныһы ҡурҡыныс, процестан берәү ҙә
ситтә ҡалмай, - тип асыҡлап үтте «Инсайт» психологик-педагогик һәм социаль ярҙам үҙәге директоры Гөлнара
Көҫәпҡолова. – Бөгөнгө маҡсатыбыҙ
– уҡытыусының класта буллинг
проблемаһын хәл итә алыу-алмауын
асыҡлау. Әлбиттә, иң беренсе сиратта,
класта оҙайлы һәм планлы тәрбиәүи эш
алып барыу мөһим. Ҡорбан булған балаға
психологка йәки психотерапевҡа мөрәжәғәт
итеү мотлаҡ, сөнки буллингтың эҙемтәләре
ваҡыт үткәс тә беленеүе ихтимал.
Ошо темаға арналған сарала тар
йүнәлешле белгестәре булмаған мәктәптәр
уҡытыусылары һәм класс етәкселәре
ҡатнашты.
- Бөгөнгө көндә буллинг ҡатмарлаштырылған, һөҙөмтәләре лә бик ауыр.
Уның интернет селтәрендә лә таралыуы
мөмкин. Виртуаль донъяла барған кибербуллинг тураһында класс етәкселәренең
белмәүе ихтимал. Шуның өсөн «Инсайт» үҙәгенең хеҙмәткәрҙәре ошо тема буйынса өс өлөштән торған практикум үткәрергә
булды, - тип уртаҡлашты педагог-психолог Зөлфиә Ғилманова. – Уның тәүгеһендә
уҡытыусыларҙы теория, терминология
менән таныштырҙыҡ. Икенсе өлөшөндә
класта буллингты асыҡлаған алымдарға
өйрәттек. Бигерәк тә социометрияға ҙур
иғтибар бирелде. Был осраҡта мәктәп педагогтары үҙҙәренең класында күҙәтеү үткәрҙе,
кәмһетелеүселәргә ҡарата саралар ҡабул
итте. Өсөнсө күнекмә – дөйөмләштереүсе.
Бында буллингты иҫкәртеү алгоритмы
төҙөлдө.
Практикумдың һуңғы өлөшөндә педагог-психолог Наилә Гордеева уҡытыусылар араһында проблемалы дискуссия ойошторҙо. Иғтибар бигерәк тә буллер һәм уның ҡорбаны менән шәхси эшләүгә йүнәлтелде.
Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә медиация (ҡаршы яҡтарҙы килештереү) хеҙмәтен ойоштороу мөһим, тигән дөйөм һығымтаға килде сарала ҡатнашыусы педагогтар. Һис шикһеҙ, кәмһетелеүсе балалар уҡытыусыларҙың яҡлауына мохтаж.
Автор фотоһы.