Йәмғиәт
22 Января 2022, 15:00

“Кемгә алмаштырҙың мине, Фәрит?”

Берәү ҙә ышанманы, сөнки башҡа һыйырлыҡ түгел ине: Марина ише ҡатынды ирҙәр ташлап китәме ни? Сибәрлегенән күҙҙәр ҡамаша: ул ҡалын, оҙон алтын сәстәр, күк йөҙөләй төпһөҙ зәңгәр күҙҙәр тиһеңме... Тауышы сылтырап аҡҡан шишмә шикелле –һөйләшеүе йыр булһа, йырлауы инде – тотош мөғжизә. Йөҙөнән йылмайыу китмәй – ҡояш ише балҡып тора. Аҡыллы: уның менән теләһә ниндәй темаға әңгәмә ҡороп була, кеше тикшереп, ваҡланып ултырғанын күрмәҫһең...

“Кемгә алмаштырҙың мине, Фәрит?”“Кемгә алмаштырҙың мине, Фәрит?”
“Кемгә алмаштырҙың мине, Фәрит?”
Фәрит уға бер күреүҙә ғашиҡ булғайны. Хөрмәтле ғаиләлә тәрбиәләнгән күрмәлекле, белемле егеттең ата-әсәһе башта албырғап ҡалды: күҙ терәп торған төпсөктәре башҡа милләт вәкиленән кәләш ала буламы? Күнделәр, улдарына оҡшап торған ҡара күҙле, ҡара бөҙрә сәсле малай менән ҡыҙ бер-бер артлы донъяға килгәс, тамам шиктәре таралды – мөхәббәткә кәртә юҡ. Йәшәһендәр генә...

Тормош мәшәҡәттәре, донъя ығы-зығыһы менән тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән икән. Эш, карьера, торлаҡ мәсьәләләре яйлап хәл ителде, бергә ваҡыт уҙғарған, шатлыҡ-көйөнөстәрҙе бүлешкән дуҫ-иш тә күбәйҙе. Ситтән ҡарағанда барыһы ла яҡшы һымаҡ ине – һоҡланырлыҡ, матур ғаилә, һүҙ тейҙерерлек бер урын юҡ.

Шуға ла Фәриттең: “Башҡа ҡатынды яратам”, – тип әйберҙәрен алып сығып китеүе барыһына ла аяҙ көндө йәшен һуҡҡан төҫлө булды. Таныш-тонош, дуҫ-иш бот сапты, телефондан телефонға үрелде, фараздар ҡылды, Марина менән Фәриттең камил тормошонан йөй эҙләне. Нисек улар, тормош күргән тәжрибәле кешеләр, танау аҫтында шундай ваҡиғалар булып ятҡанын һиҙмәгән, йәнәһе? Әлбиттә, ғаиләне боҙған ҡатындың кем икәнлеге лә ҡыҙыҡһындыра ине.

Быныһы ла асыҡланды: сибәрлеге менән Маринанан һис ҡайтыш булмаған, һомғол буйлы, әммә сөм-ҡара күҙле, ҡара сәсле сағыу һылыуҡай булып сыҡты. Фәлән районда тыуып үҫкән, Өфөлә төпләнгән, университетта уҡыта, имеш. Ире менән бер ул тәрбиәләгәндәр, бынан бер нисә ай элек айырылышҡандар икән.

Кеше психологияһын аҙмы-күпме беләм тип иҫәпләгәндәр тағы берҙе хайран ҡалды: ай-һай, Фәрит, ғәҙәттә була торғанса, оҡшаш ҡатынды түгел, ә ҡапма-ҡаршы сифаттағыһын һайлаған икән!

Марина нимә кисергәнен, ниндәй ут йотҡанын үҙе генә белә, әммә әллә нисә быуын интеллигенттар ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡатын ауыҙын­дағы ҡанын төкөрмәне, күҙ йәшен күрһәтмәне, киреһенсә, үҙен ҡулға алып, төрлө даирәләрҙә һынарға тотондо. Бейеүгә яҙылды, профессиональ рәүештә вокал менән шөғөлләнә башланы. Балаларын алып сәйәхәткә сығып китте, бығаса һирәгерәк йөрөгән косметик салондарҙа йышыраҡ булып, үҙен тәртипкә килтерҙе. Музей-театрҙар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ: рухи үҫеш, ғөмүмән, алғы планға сыҡты.

Был ҡылыҡтары менән ул башҡаларҙы тағы ла хайран ҡалдырҙы: ай-һай, Фәритте яратма­ғандыр был ҡатын; бер ҙә зарланып-илаулап йөрөгәне тойолмай; улай тиҙ генә рәткә килгәс, берәй “әтнәкә”һе барҙыр, тип һөйләнеүселәр ҙә табылды.

Фәритте иһә яңы мөнәсәбәттәр ҡанатланды­рып ебәрҙе. Маринаны үҙенсә ярата, хөрмәт итә ине ул, әммә күңел тыныслығы, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа, бөтөнләй юғалғайны. Һәр яҡтан килгән кәләшен һайлағанда бер генә сәбәпте иҫәпкә алмаған һәм уныһын да мең төрлө дуҫ-иште, яҡындары, таныштары алдында ауыҙ тултырып әйтә алмай ине.

...Улының камил тойолған ғаиләһе быяла кеүек ыуалып төшкәс, бигерәк тә ике бәләкәй ейәне өсөн йөрәге әрнегән Фәриттең әсәһе, форсат табып, улы менән һөйләшеп ҡарарға булды. Ул да башҡалар ише, һәр яҡтан килгән Мари­наның нимәһе яраманы һуң, тигән иң ябай тойолған һорауҙы бирҙе. Фәрит оҙаҡ ҡына тын ултырҙы. Унан әсәһенең ҡулдарын усына алды ла былай тине:

– Борсолма, әсәй, барыһы ла яйланыр. Тамырҙар тарта икән ул барыбер. Мәҫәлән, өйгә ҡайтҡас, борщ урынына туҡмаслы йылы һурпа ашағы килә. Картуф менән иттән мейестә бешерелгән бәлеш, ҡаҙылыҡ, сәксәк... Һанай китһәң күп инде улар. Бына, әсәй, һинең атайымды ни тиклем тәрән хөрмәт, күндәмлек, “ир бит ул” тигән тойғо менән яратҡаныңды беләм. Рухташ, ырыуҙаш булыуығыҙ ҙа мөһимдер. Туған моңдар, туған телмәр ҙә һағындыра икән ул... Ҡатынымды хөрмәт итәм, ул – балаларымдың әсәһе, әммә ғаиләнең ҡото, ырыҫы булырлыҡ уртаҡ ҡиммәттәр юҡ беҙҙең. Үҙемде киң ҡарашлы кеше тип иҫәпләп йөрөһәм дә, тормош кәмәһе иң ябай төшөнсәләргә барып төртөлдө...

Әсә өндәшмәне. Улы менән килешкән-килешмәгән урындары бар ине, әлбиттә. Ваҡыт, фәҡәт ваҡыт ҡына барыһын да үҙ урынына ултыртыр, тип уйланы әсә. Яҙмыштан уҙмыш юҡтыр, күрәһең: бәғзе ҡиммәттәрҙе аңлау өсөн ҡайһы саҡта урау юлдар үтергә тура килә шул.


 
 
 
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
 
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас