Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2022, 19:30

Мөхтәсибәт өсөн яңы бина

Ишембай районы хакимиәте тарафынан районыбыҙ мөхтәсибәте өсөн Стахановсылар урамы, 42 адресы буйынса майҙаны 152 квадрат метрға тиң бина бүленде.

Мөхтәсибәт өсөн яңы бина
Мөхтәсибәт өсөн яңы бина

Ул элекке "Горизонт" клубында урынлашҡан. Унда имамдар йыйыны, балалар, йәштәр менән төрлө саралар уҙғарыу ниәтләнә, күп проекттар әле әҙерлек өҫтөндә. Был аҙнала мөхтәсибәттең активы йыйылыш уҙғарып, алға эш маҡсаттарын билдәләне. Ә имамдарҙың тәүге йыйыны 27 ғинуарҙа үткәреләсәк.

Мөхтәсибәт өсөн яңы бина
Мөхтәсибәт өсөн яңы бина
Мөхтәсибәт өсөн яңы бина
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: