Ул элекке "Горизонт" клубында урынлашҡан. Унда имамдар йыйыны, балалар, йәштәр менән төрлө саралар уҙғарыу ниәтләнә, күп проекттар әле әҙерлек өҫтөндә. Был аҙнала мөхтәсибәттең активы йыйылыш уҙғарып, алға эш маҡсаттарын билдәләне. Ә имамдарҙың тәүге йыйыны 27 ғинуарҙа үткәреләсәк.