

Был юлы барғанда хужалыҡта быҙауҙар өсөн бина төҙөлә ине. Был эш үткән йылдың февраль айында башланһа, әле тамамланыуға бара – стеналары күтәрелгән, ҡыйығы ябылып бөткән тиерлек.Дөйөм майҙаны 110 квадрат метрға тиң был бинаның түбәһен ҡаплап бөтәһе һәм эске эштәр башҡараһы ҡалған. Ул аҙаҡ яңы ҡоролмалар менән йыһазландырыласаҡ. Тышҡы яҡлап малдарҙы йөрөтөү урыны ла булдырыласаҡ.
- Яңы бинаны быйыл июнь айында файҙаланыуға тапшырыу ниәтләнә. Ул 6 айҙан алып 1 йәштәргә тиклем яҡынса 150 баш үгеҙ быҙауҙарын аҫрау өсөн иҫәпләнгән, -тине “Привалов А.З.” крәҫтиән-фермер хужалығының ферма мөдире Азат Зәйнуллин.
Элекке бинаны реконструкциялағандан һуң былтыр яҙ файҙаланыуға тапшырылған йәнә бер мал ҡураһы менән танышып сыҡтыҡ. Бында хәҙер быҙаулатыу бүлеге булдырылған. Унда быҙаулау ваҡыты еткән һыйырҙар һәм быҙауҙар аҫрала. Ике айға тиклем йәш малдар - һәр береһе айырым урындарҙа, 2-4 айлыҡтар төркөмләп урынлаштырылған. Яңы тыуған быҙау тәүҙә 1 сәғәт ярым тирәһе киптереү урынына һалына, аҙаҡ бер аҙна самаһы ваҡыт лампа аҫтында тотола, аҙаҡ 2 айға тиклем айырым ситлектә аҫрала. Әйтергә кәрәк, быҙауҙарҙың барыһы ла ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙан тыуған. Малдарҙың йәшәү шарттары, туҡланыуға иғтибар ҙур. Быҙауҙарҙың, быҙауларға әҙерләнгән һыйырҙарҙың һәм һауын һыйырҙарҙың һәр береһенең үҙ туҡланыу рационы булдырылған.
Хужалыҡта малдар өсөн яңы корпустар төҙөү бының менән генә сикләнмәй. Эргәлә йәнә тана быҙауҙарҙы үҫтереү өсөн яңы бина төҙөлә башлаған.
Аҙаҡҡы йылдарҙа күҙ алдында бер-бер артлы ҡалҡҡан мал ҡураларында бөгөнгө көндә барлығы 400 баштан ашыу мал иҫәпләнә, уларҙың 200-гә яҡыны һыйырҙар.
Шулай уҡ дүрт силос ямын , мал һуйыу пунктын төҙөү ҙә һуңғы осорҙа башҡарылған эш.
Автор фотолары.