

Донъяны интернет уйындары солғап алғанда, нимәһе менән ҡыҙыҡ был сара, тиер йәш-елкенсәктең күбеһе...
Элек Йәнырыҫ ауылында спорт көслө үҫешкән була, беренсе урындар ҙа йыш яуланыла. Һуңғы осорҙа балаларҙың Петровскиға йөрөп уҡыуы һәм ауылда спорт буйынса методист булмауы был өлкәлә бер ни тиклем ҡатмарлыҡ тыуҙыра.
- Спорт залыбыҙ ҙур, иркен. Унда тренажер ҡорамалдары ла урынлашҡан. Эшләп йөрөгән егеттәр менән һөйләштек тә, ауылыбыҙҙа волейбол спортын үҫтерергә булдыҡ. Сөнки был төр уйын йөкмәткеһе буйынса берҙәмлеккә, дөйөмлөккә ҡоролған. Тимәк, ул балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләй, - тип уртаҡлашты Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Гөлнур Кирәева. – Шулай итеп, ололарҙы һәм кеселәрҙе берләштергән ике команда барлыҡҡа килде. Тәүҙә егеттәр уҡыусыларға волейбол буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, уйынға ҡағылышлы мәлдәрҙе ентекләп аңлатты.
Тағы бер ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашмаҡсы йәнырыҫтар – улар тораҡ пункттарҙы яңы йылға биҙәү конкурсында беренсе урын алып, 22000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнгән.
- Ошо уңайҙан 30 декабрҙә ауылдың боҙ ҡаласығында күркәм байрам ойошторҙоҡ. Ул яҡташыбыҙ, йырсы Илшат Яппаровтың ҙур концерты менән дауам итте, - тине ҡыуанысын белдереп Гөлнур Мансур ҡыҙы. - Тағы нимәһе менән иҫтәлекле булды был сара - Йәнырыҫ ауыл Советы хакимиәте етәкселеге биләмәнең барлыҡ 14 йәшкә тиклемге балаларына һутлы емеш-еләк тултырылған пакет тапшырҙы. Һәр проектта, эштә әүҙем ҡатнашҡан бағымсы ауылдаштарыбыҙ – ағалы-энеле Илфат һәм Илшат Ниғмәтуллиндар кескәйҙәрҙе татлы Яңы йыл күстәнәстәре менән һөйөндөрҙө. Ауыл халҡы ла, ҡунаҡтар ҙа байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.