Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2022, 15:00

Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә

Ауылды унда йәшәүсе кешеләре күтәрә. “Айыҡ ауыл”конкурсында ҡатнашыусы Кинйәкәй ауылы спорт яратҡан, спорт менән шөғөлләнгән ғаиләләре менән ғорурлана ала. Улар араһында хатта донъя, Европа чемпиондарын да үҫтереүселәр булыуы ауыл, район өсөн генә түгел, республика, хатта ил өсөн ғорурлыҡ.

Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә

Тамырҙары менән Кинйәкәйҙән булған һәм әлеге көндә лә ошо ауылда йәшәүсе Рәмзилә менән Радик Ғөбәйҙуллиндарҙың профессиональ спорт менән шөғөлләнгән, пятиборье буйынса донъя чемпионы исемен яулаған ҡыҙҙары Гөлназ Ғөбәйҙуллина тураһында райондаштарҙың күптәре белмәйҙер ҙә. Ә бит балаларында спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы менән менән Радик Ғиниәт улы үҙҙәренең миҫалы аша тәрбиәләй.

Улар икеһе лә ошо ауылда тыуып үҫәләр. Бер мәктәпкә йөрөйҙәр, Радик Рәмзиләнән ике класс ҡына юғарыраҡ уҡый. Уларҙың бер-береһен оҡшатып дуҫлашып алып китеүҙәре лә мәктәп йылдарынан башлана. Әйткәндәй, икеһенең дә спортты үҙ итеүҙәре, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары булыуы ла уларҙы берләштерә. Рәмзиләгә йүгереү яҡын булһа, Радик саңғыла йөрөргә ярата. Егет кеше мәктәптә уҡығанда уҡ йыш ҡына район кимәлендәге ярыштарҙа ла ҡатнаша. ”Беҙ уҡыған осорҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныу көслө булды. Егеттәр күмәкләп йыйылышып саңғы шыуырға сығып китә инек. Күңелле итеп хәтерҙә ҡалған мәктәп йылдары”,- тине Радик Ғиниәт улы. Салауат ҡалаһына һөнәрселек училищеһына уҡырға ингәс тә егеттең спортҡа дәрте һүрелмәй, бында уға самбо, дзюдо менән шөғөлләнеү мөмкинлектәре асыла.

- Студент саҡта Салауат менән Кинйәкәй араһын - тураға 13 километрҙы, ялан аша йәйен йүгереп, ҡышын саңғыла үтә инем. Хатта 40 градуслы һалҡындар ҙа ҡурҡытмай торғайны, -тип һөйләне Радик Ғиниәт улы йәш саҡтарын хәтергә алып.

Рәмзилә мәктәптән һуң уҡыуын Ишембайҙа һөнәрселек училищеһында ала, спорт та ситтә ҡалмай, унда ул атыу менән шөғөлләнә. Егет кеше уҡыуын тамамлауға йәштәр өйләнешеп тә ҡуя. Тәүге осор Салауат ҡалаһында йәшәйҙәр. Ғаилә башлығын эш буйынса Уренгойға күсергәс, йәштәр тыуған яҡтарынан алыҫта төпләнә. Радик Ғиниәт улы крановщик, Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы бәйләүсе булып хеҙмәт итә. Тәүге сабыйҙары Дамир улдары ла Уренгойҙа донъяға килә. Унан ҡала ғаилә ҡотон арттырып Илнур улдары, Гөлназ ҡыҙҙары тыуа.

- Йәшәгән йортобоҙ эргәһендә - мәктәп, уның янында ғына бассейн булды. Балаларыбыҙҙың буш ваҡыты ҡалмаһын өсөн, уларҙы бәләкәйҙән спорт түңәрәгенә бирербеҙ тип алдан уҡ уйлай торғайныҡ. Шуға тәүҙә өлкәне, аҙаҡ

уртансыһы йөҙөү менән шөғөлләнә башланы. Ә Гөлназ ҡыҙыбыҙҙы биш йәшендә үк бассейнға бирҙек, - ти Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы.

Әйткәндәй, балалары бәләкәйҙән йөҙөү буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, ата-әсәһен, тренерҙарын тос һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. Улдары Дамирҙың йөҙөү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры исеменә лайыҡ булыуы, Илнурҙарының Рәсәйҙең спорт мастерлығына кандидат булыуы ла ғәжәп түгел. Хәҙер инде улар юғары уҡып йорттарын тамамлап, береһе адвокат-юрист, икенсеһе үҙ эшен асып эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.

Ә бына Гөлназ ҡыҙҙары спортта барыһын да уҙҙырып ебәрә. Йөҙөүҙә юғары ҡаҙаныштар күрһәтә башлағас, уға 10 йәштәр тирәһендә спорт менән ныҡлап шөғөлләнеү өсөн ғаилә Өфөгә күсеп ҡайта. Ә 13 йәшендә Гөлназ йөҙөү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры булып китә.

Еңеү артынан еңеү яулай, тип әйтеүе генә еңел. Ә бит уларҙың һәр береһенең нигеҙендә әллә күпме көс, хеҙмәт ятыуын спортсы үҙе һәм яҡындары ғына аңлай.

- Өфөлә йәшәгәндә Гөлназ иртәнге алтыла йөҙөүгә сығып китә ине. Мәктәпкә тиклем ул бассейнда булып өлгөрә. Унан мәктәптән ҡайта ла бер аҙ ял итеп алғас, йәнә кискә тиклем күнекмәлә. Ҡыҙыбыҙҙың буш ваҡыты булманы тиерлек. Шул арала дәресен дә әҙерләп өлгөрҙө, уҡыуын да матур алып барҙы. Әлбиттә, бында балаға ғаиләнең ярҙамы, терәге бик мөһим. Күнекмәләргә йөрөтөргә, туҡланыу сифатын ныҡлы котролдә тотоу кәрәк ине. Шуға миңә эштән китеп, күберәк ғаилә мәшәҡәттәре менән булырға тура килде, -ти Рәмзилә Алтынтимер ҡыҙы.

Гөлназдың пятиборье менән шөғөлләнә башлауы, тағы ла ҙурыраҡ көс талап итә. Бында уға йөҙөүҙә генә түгел, атыуҙа, фехтованиела, атта йөрөүҙә оҫталыҡты арттырырға кәрәк була. Ихтыяр көсө, ныҡышмалығы, тырышлығы бында ла һынатмай Гөлназды. Әле 2010 йылда уҡ Сингапурҙа үткәрелгән үҫмерҙәрҙең Олимпия уйындарында пятиборье буйынса бронза призеры була. Төрлө илдәрҙә яулаған еңеүҙәрен дәлилләгән бихисап кубокторы, миҙалдарының бер өлөшө генә бөгөн ата-әсәһенең йортоноң тотош стенаһын биләй. 2016 йылда Бразилияла уҙғарылған Олимпиадала йөҙөү буйынса рекорд ҡуйыуы ла яҡындары өсөн ҙур ғорурлыҡ була. Былтыр Японияла үткәрелгән олимпиадала алдағы һөҙөмтәһен үтеп, йәнә лә рекорд ҡуйыуға өлгәшә. Хәҙер инде Гөлназ пятиборье буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.

- Ярыштар ваҡытында телевизор ҡарай алмайбыҙ, үтә лә тулҡынландырғыс ваҡыт була ул беҙҙең өсөн. Йөрәкте уста тотоп һөҙөмтәһен көтәбеҙ. Аҙаҡ туғандар, таныштар, дуҫтар барыһы ла ҡотлап шылтырата башлаһалар, шатлыҡ күңелдән артыла. Ҡыҙыбыҙҙың беҙҙең нәҫелде данлап, фамилияны юғары күтәреүе, әлбиттә, ғорурлыҡ тойғоларын уята, - ти Ғөбәйҙуллиндар.

Форсаттан файҙаланып йәш ата-әсәйҙәргә теләк-кәңәштәрен дә әйтеүҙәрен һораныҡ.

- Баланың буш ваҡыты булмаһын өсөн уны спортҡа йәки башҡа бер түңәрәккә бирергә кәрәк. Уның күңелендә ошо шөғөлгә ҡыҙыҡһыныу уята ла белеү ҙә мөһим. Ул яратып, күңел һалып йөрөгәндә генә һөҙөмтә буласаҡ. Еңеү тиҙ генә яуланмай. Килеп сыҡмаған икән, балағыҙҙың күңеле төшкән мәлендә уны уңышҡа дәртләндерергә тырышығыҙ. Спорт менән шөғөлләнеүҙең ыңғай яҡтары бик күп. Ул кешене тәрбиәләй, көслө итә , үҙ-үҙҙәренә ышаныслы булалар. Спортсылар улар бөтөнләй икенсе төрлө уйлай, -тигән кәңәштәрен еткерҙе чемпиондың ата-әсәһе.

Балаларының уңыштарына ғына һөйөнөп ултырмай Рәмзилә менән Радик Ғөбәйҙуллиндар. Бынан бер нисә йыл элек тыуған төйәктәренә ҡайтып төпләнеп, ауыл тормошоноң бөтә тәмен татып, матурлығын тойоп донъя көтәләр. Ҡош-ҡорт, баҡса ҡына түгел һәр ваҡыттағыса спортҡа ла ваҡыт табалар. Ҡышын саңғыларҙа сығып китәләр, йәй етһә – йүгерәләр йәки велосипедта йөрөйҙәр.

Балалары күмәкләшеп ҡайтып төшөүе – үҙе бер ҡыуаныслы мәл. “Ауылға ҡайтҡанында Гөлназ йүгерергә сыҡһа,атаһы велосипедта ла ҡыуып тота алмай”, -ти йылмайып әсәй кеше.

- Гөлназ бәләкәйҙәр көслө ихтыярлы, ныҡышмал булыуы менән айырылып торҙо. Уренгойҙа йәшәгәндә йөҙөүгә генә йөрөмәнеләр, саңғыға ла йыш алып сыға инем. Бер ваҡиға иҫтә ҡалған. Гөлназға һигеҙ йәштәр самаһы булғандыр, ул - быймалы саңғы кейеп, Илнур менән мин ботикалы саңғыларҙа йөрөргә сыҡтыҡ. “Кем тиҙерәк арыр икән, ярышып ҡарайыҡ әле “ тинем шул саҡ. Быймалы саңғыла булһа ла, Гөлназдың тиҙлеге

шәп, ағаһынан ҡалышырға тырышмай. Үҙебеҙ арығас, Гөлназды ла туҡтатып ҡуйҙым. “Маладис, ҡыҙым, һин үҫкәс, Олимпиадаларҙа еңеү яуларһың әле , тигәйнем,һүҙем дөрөҫкә сыҡты”, - ти Радик Ғиниәт улы.

Баланың ваҡытын бәләкәйҙән дөрөҫ ойоштора белеү, түңәрәккә биреп уға йүнәлеш биреү, кәрәк саҡта дәртләндереү, уңыштарын хуплау – ҙур еңеүҙәр нигеҙендә ошолар ята. Спорт буйынса китмәгән хәлдә лә маҡсатына ынтылыусан булып үҫеүе ҡиммәт. Ата-әсәй гел эргәлә булмай, ә бала саҡтан һалынған сифаттар ғүмер дауамында оҙата килә, һынауҙарға һынмаҫҡа, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә.

 

Автор фотолары һәм ғаилә архивынан.

Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Донъя чемпионын тәрбиәләгән ғаилә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: