Йәмғиәт
14 Ғинуар 2022, 06:00

Транспортта битлек кейәһеңме?

Республикала йәнә мәҙәниәт һәм спорт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә һәм транспортта COVIDтикшереүҙәр башланды.

Транспортта битлек кейәһеңме?Транспортта битлек кейәһеңме?
Транспортта битлек кейәһеңме?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров социаль объекттарҙа, атап әйткәндә, фитнес-клубтарҙа, спорт һәм мәҙәниәт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ транспортта тикшереүҙәр буласағын хәбәр итте. Рейдтар 11 ғинуарҙа уҡ башланды.

“Әүҙемлек күрһәтеүегеҙҙе һорайым. Был осорҙа беҙ артыҡ баҫым яһаманыҡ. Ләкин баш санитар табиптың кәңәштәрен, ағымдағы хәлде иҫәпкә алып, йәнә халыҡты ҡуҙғата башларға тейешбеҙ. Улар фитнес-клубтарға, мәҙәниәт учреждениеларына бара. Вакцина яһатмағандарға ҡаршы кәртәләр булдырырға кәрәк. Кешеләр прививка эшләтергә бурыслы, - тине ул. - Байрамдарҙан һуң халыҡ сауҙа үҙәктәренә йөрөй башлай, шуға унда барлыҡ санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш. Улар барыһына ла аңлайышлы һәм билдәле”.

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына үҙ биләмәләрендә тикшереүҙәр үткәрергә ҡушты. Ошо уңайҙан Ишембайҙа ла ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе үтәү буйынса рейдтар башланды. Сауҙа нөктәләре, транспорттар тикшерелә.

Ишембай районы муниципаль районының сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йәмәғәт транспорттарында пассажирҙарҙың битлек режимын тикшерә.

- Бындай рейдтар аҙнаһына ике тапҡыр башҡарыла. Барлыҡ муниципаль маршруттарҙы ла ҡарап сыҡтыҡ. Халыҡ та, водителдәр ҙә битлек режимына өйрәнгән тип әйтергә була, тикшереүҙәрҙе ҡаршылыҡһыҙ ҡабул итәләр. Битлек режимын үтәмәүселәргә административ яуаплылыҡ ҡаралған. Физик шәхестәргә бер меңдән 30 мең һумға тиклем, эшҡыуарҙарға 30 мең һумдан алып 50 мең һумға ҡәҙәр һәм юридик шәхестәргә 100 мең һумдан 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, - ти муниципаль райондың сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлегенең баш белгесе Илфат Садиҡов.

Шулай уҡ республика етәксеһе Радий Хәбиров 15 февралгә тиклем вакцинацияны тамамлауҙы талап итте.


Автор фотоһы.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас