Йәмғиәт
12 Ғинуар 2022, 15:00

Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалайбыҙ

Ашҡаҙан аҫты биҙе – ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн яуап биргән мөһим органдарҙың береһе. Уның көйһәҙләнеүе панкреатит һәм шәкәр диабетына килтереүе мөмкин. Был сирҙе дауалау өсөн халыҡ саралары ла бар. Уларҙың бер нисә төрөн тәҡдим итәбеҙ.

Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалайбыҙАшҡаҙан аҫты биҙен дауалайбыҙ
Ашҡаҙан аҫты биҙен дауалайбыҙ

Әнис орлоғо
Бер стакан ҡайнар һыуға 1 сәй ҡалағы әнис (укроп) орлоғон һалабыҙ. Бер сәғәттән һуң был эсемлек әҙер. Һөҙөп алғандан һуң, уны көнө буйы әҙ-әҙләп эсергә.
Һоло
Иң файҙалы ысул һыуҙа бешерелгән, майһыҙ, тоҙһоҙ һоло бутҡаһы. Уны көнөнә бер нисә тапҡыр һәм аҙна буйы ашарға. Әҙәр ҙә бутҡаны ашағы килмәй башлаһа, уны һоло шыйыҡсаһы менән алыштырығыҙ. Ярты кг һолоно 1 литр ҡайнар һыуға һалабыҙ. Бер сәғәт үткәс, һөҙөп алып көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
Кефир+ҡарабойҙай
Был шыйыҡсаны кистән әҙерләргә кәрәк. Ҡарабойҙайҙы йыуып, уға 0,5 литр кефир һалырға. 12 сәғәттән һуң был ҡатнашманы ике өлөшкә бүлеп, тәүге өлөшөн иртән эсергә, икенсеһен кисен. Йәшелсәләр генә ҡулланып ике-өс көн башҡа бер нәмәлә лә ашамаһағыҙ, файҙалыраҡ була. 10 көндән һуң, ике аҙна ял итеп был курсты тағы ла ҡабатларға.

 
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас