

Балалар ҡағыҙҙан, пластик һауыттарҙан, ағас киҫәктәренән тағараҡтар эшләне. Ҡоштар өсөн был үҙенсәлеке “ашхана”ға төрлө ем һалып, кемдер - үҙ йорто алдына, кемдәрҙер мәҙәниәт йорто алдындағы ағастарға элде.
Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа тәбиғәт йәнһеҙ. Һәр кем быны иҫендә тотһон ине! Ҡанатлы дуҫтарыбыҙға ярҙам итеүсе балаларға- афарин!