Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Ғинуар 2022, 12:00

Кейәү менән танышыу

“Тапҡан бит үҙенә иште! Бына тигән кейәүгә биргәйнем, туй үткәрәм тип кредит алғайным. Ә ул өс йыл да йәшәмәне. Мөхәббәт кәрәк, имеш! Хәҙер тапҡан бер берәҙәкте!.."

Кейәү менән танышыу
Кейәү менән танышыу

Яңы йыл алдынан матур биҙәлгән, төрлө уттар йымылдаған йорттарға күҙ һалды ла Мәрйәм, кире үҙ өйөнә ҡарай атланы. Ҡасандыр ире менән, ҡала ситенән булһа ла, йорт һатып алғайнылар, уны сыньяһау иткәйнеләр, тик хәләле үҙ өйөндә оҙай йәшәй алманы шул, ҡаты сир уны яҡты донъянан бик иртә алып китте. “Ярай, ҡатын, торлаҡ һатып алып өлгөрҙөк: берҙән-бер ҡыҙыбыҙ, беҙҙең кеүек йәш саҡтан мөйөштән-мөйөшкә йөрөп, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәп миктәмәҫ”, - тип әйткән ине ире Мәрйәмдең.

“Их, Марат, тағы аҙ булһа ла йәшәмәнең бит. Бынау байрамды ла бергә ҡаршылар инек. Ней ҡыҙым да күренмәй, хәлде лә килеп белмәй. Яңы йыл алдынан килеп күренһә була бит инде...” Тик ҡатын тимер ҡапҡаһының ишеген дә асып өлгөрмәне: “Туҡтағыҙ әле, көтөп тороғоҙ...” – тигән тауышты ишетте. Машинанан сыҡҡан иргә күҙ һалғас: “Һеҙгә кем кәрәк? Берәй адресты эҙләйһегеҙме әллә?” – тип һораны ҡатын. “Миңә Мәрйәм Ҡасим ҡыҙы кәрәк ине..”- тип һораны таныш булмаған әҙәм.  “Мин булам. Ә һеҙ кем һуң?” – тип аптырап ҡараны ла Мәрйәм, был ирҙе хәтеренә төшөрөргө тырышты. Тик хатта һуңғы биш йыл элекке таныштары араһынан да был кешене төҫмөрләй алманы. Ошо ваҡытта ир үҙе телгә килде: “Исемем – Динислам. Һеҙгә тип килгәйнем”. “Ни өсөн? Газ, ут, һыу, һалым... Барыһы ла ваҡытында түләнгән...” – тип туҡтауһыҙ һөйләнде ҡатын. “Юҡ, коммуналь түләүҙәр буйынса килмәнем мин. Шәхси һорау буйынса”, - тигәс ир, Мәрйәм тамам аптыраны. “Ҡыҙығыҙ Альбина менән танышмын”, - тип дауам итте ир. “Ҡыҙымды беләһеңме ни?!” – тине лә ҡатын, эргә-тирәгә күҙ һалғас, иргә өйгә инергә өндәне.

Ыҡсым ғына итеп һалынған йортҡа үткәс, Мәрйәм күптән түгел генә ҡайнап һүнгән электр самауырын шыжлатып ебәрҙе. Икеһенә лә сәй яһағас: “Әйҙә, һөйлә. Байрам  ваҡытында нимә өсөн килдең? Ҡыҙым менән берәй нәмә булдымы әллә? Ниңә үҙе күренмәй?..” – тип һорауҙарын теҙеп алып китте. “Мәрйәм Ҡасимовна, ҡыҙығыҙҙы ныҡ яратам. Уның менән яҙылышмаһаҡ та, күптән бергә йәшәйбеҙ. Ысын ҡатыным ул. Бәпес көтәбеҙ инде. Бөгөн һеҙҙең менән никах тураһында һөйләшергә килдем”, - тигән һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡатын тамам аптырауға ҡалды, “Барыбер үҙенекен тапҡан икән”, - тип уйлап алды. “Альбина үҙе ризамы һуң?” – тигән һорауҙы ишеткәс, ир: “Әлбиттә, риза. Тик үҙе бына был хаҡта һеҙгә әйтергә ҡыймай, шуға мине ебәрҙе...” – тип һүҙҙе дауам итте.

“Эш үткәс, нимә тураһында белешкеһе килә хәҙер?” – тип аптырап уйланды ҡатын. “Альбинаның һеҙҙә, тыуған йортонда, йәшәгеһе килә. Үҙ мөйөшө булғанда, ҡуртымға алынған йортта көн күрмәҫ бит инде?!” – тине ир. “Бында йәшәгегеҙ киләме? Йөклө, тиһеңме? Үҙеңдең быға тиклем ҡатының булдымы?” – тип һорауҙарға күмгәс, ир: “Бар, бер улым бар. Тик ул әсәһе менән бөтөнләй икенсе ҡалала йәшәй”, - тип яуапланы ир. “Уларға аҡса ебәрәһеңме. Ярҙам итәһеңме?” – тигән һорауҙарға Динислам: “Юҡ”, - тип яуап бирҙе. “Ул балаңды ҡарамайһың, ә беҙҙекен ашатырға-кейендерергә уйлайһың, тимәк? Әллә барығыҙҙы ла мин туйындырырға тейешменме?” – тип ҡыҙыҡһынды ҡатын. “Юҡ, үҙем барыһын да ашатасаҡмын. Альбинаны ла үҙем кейендерәсәкмен, өрмәгән урынға ултыртмам...”

Мәрйәм өҫтәлдәге сынаяҡтарҙы йыйып алды ла: “Һин, улым, бар. Иртәгә Альбина үҙе артабан ҡайҙа һәм нисек йәшәйәсәгегеҙ хаҡында әйтер”, - тине.

Динислам ишеккә ҡарай йүнәлде. “Рәхмәт, өләсәй”, - тине ул. “Мин һиңә ниндәй өләсәй булайым. 60 йәш тә тулмаған әле миңә, - тип яуапланы ҡатын. – Ярай, бар, юллан. Әй, көтөп тор әле! Паспортыңды күрһәт...”. Ҡапҡа тәңгәленә барып еткән ҡунаҡ документын юғалтыуы, әле тергеҙеп өлгөрмәгәнлеге хаҡында белдерҙе.

...Мәрйәм өйгә ингәс, иҫе китеп, уйҙарға бирелде. “Тапҡан бит үҙенә берәүҙе! Бына тигән кейәүгә биргәйнем, туй матур үтһен тип кредит алғайным. Ә ул уның менән өс йыл да йәшәмәне, үҙе теләп кейәүгә сыҡты бит әле! Мөхәббәт кәрәк, имеш! Хәҙер тапҡан бер берәҙәкте! Кем ашатыр хәҙер үҙҙәрен? Был Альбинаға ҡасан аҡыл ултырыр икән?! Яҡшы ир табаһы, әсәһенә ярҙам  итәһе, матур йәшәйһе урынға, тағы бер әтрәғәләмде иш иткән! Ә уныһы үҙенә кәрәклене генә эҙләй! Бына йорт-өйҙәрен төҙөп бөткәс, тағы икенсе урынға китәсәк һәм ҡыҙым “һөйөү, мөхәббәт” эҙләп йөрөгән икенсе бер иҫәрҙе табасаҡ! Ҡыҙым ҡайтһын ғына әле!”

...Ҡайтты Мәрйәмдең ҡыҙы. Киске 12  тирәһе ине. Шым ғына үҙ бүлмәһенә юлланды, тик уны әсәһе күптән көтә ине инде, Альбина тауыш-тынһыҙ ғына үтеп китә алманы, әсәһенең уға һорауҙары үтә күп ине шул...

 

 

Фото: setaat.com

Айһылыу Низамова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: