

Үтеп киткән Үгеҙ йылында күп үҙгәрештәр булғанын да онотмайыҡ. Йыл яҡлаусыһы кешеләргә асығыраҡ, ныҡышмалыраҡ булырға ярҙам итте. Пандемия шарттарында йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, күптәргә ул ҙур тәжрибә бирҙе, тиһәң дә була.
Дуҫтар, әйҙәгеҙ, бер нисә кеше менән ошо хаҡта әңгәмә ҡороп алайыҡ.
Рита КӘРИМОВА, ҡаланың 3-сө мәктәбе директоры:
- Етәксе булараҡ, тәү сиратта, уҡыусыларҙың ҡаҙаныштары менән уртаҡлашҡым килә. 2021 йылда балалар менән «Һанлы белем биреү мөхите» төбәк проектында уңышлы ҡатнаштыҡ. Беҙ уҡытыусыларға һигеҙ һәм балаларға 30 ноутбук, ике интерактив комплекс алдыҡ. Был үҙенә күрә уҡытыу-тәрбиә эшенә ҙур ярҙам булды.
Дөрөҫөн әйткәндә, Үгеҙ йылы былтырғы йылға ҡарағанда күпкә еңелерәк үтте. Белем биреү учреждениеһында балалар яғынан да тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәне. Ғаиләм өсөн дә бик уңышлы булды был йыл. Улым әллә ҡасанғы хыялын тормошҡа ашырҙы – Эльбрус тауын яуланы. Ҡыҙым менән кейәүем ғаиләһендә лә матур үҙгәрештәр булды. Ейәндәрем биш билдәләре менән генә ҡыуандырып торҙо. Тормош иптәшем – биатлон буйынса тренер Минебай Кәримовтың тәрбиәләнеүселәре Рәсәй кимәлендә сығыш яһаны. Тағы бер серемде сисәм. Үгеҙ йылы – минең йыл. Ирем менән танышҡанға ла теүәл 40 йыл тулды. Бына шулай... Үгеҙ ысынлап та ҡыуаныслы
ваҡиғалар ғына бүләк итте... Юлбарыҫ йылында гәзит уҡыусыларҙың йыл хужаһы һымаҡ аҡыллы, батыр, талапсан һәм тәүәккәл булыуҙарын теләп ҡалам. Иң мөһиме,
ауырынмай-һыҙланмай, тыныс йәшәргә яҙһын! Донъялар имен торһон!
Айнур ҠОТОШОВ, Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы хакимиәте башлығы:
- Эйе, Үгеҙ йылы үҙем һәм ғаиләм өсөн ҙур ваҡиғаларға бай булды. Беренсенән, бөтөнләй икенсе мөхиткә сумдым, тиһәң дә була. Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбендә директор булып оҙаҡ та эшләп өлгөрмәнем, муниципаль район хакимиәте депутаттары тәҡдиме менән яңы вазифа биләнем. Икенсенән, ауыл Советы хакимиәтендә эш башлауымды ҙур тәжрибә туплау тип ҡабул итәм. Әлбиттә, күп нәмәгә икенсе төрлө ҡарарға өйрәндем. Был эш һәр яҡлап яуаплылыҡ талап итә. Иң мөһиме, халыҡ менән тығыҙ аралашып эшләү мөһим икәнлеген аңланым. УрманБишҡаҙаҡ ауыл Советына килгәндә, ауылдарҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күп булды. Был хаҡта һеҙ гәзиттең «Ауыл Советтары» рубрикаһында уҡый барҙығыҙ. Киләһе йыл да халыҡ өсөн ҡыуаныслы булһын! Теләгемде үҙемдең шиғырым менән дауам иткем килә.
Яңы йыл килә ергә,
Иңләп барса ғаләмде.
Яҡташтарым – ишембайҙар,
Һеҙгә ҡотлау сәләмем!
Алып кил һин, Яңы йыл,
Илебеҙгә бәрәкәт!
Бөтә сирҙәр артта ҡалһын,
Булһын һәр кем сәләмәт.
Халҡыма бир һин һан,
Илемә бир һин дан,
Алайыҡ яңы һулыш,
Ҡойолмаһын ерҙә ҡан!
Ҡотло бул һин, Яңы йыл!
Юлдаш бул беҙгә, Иман!
Алға барһын эштәребеҙ,
Йөрәктә булһын илһам.
Илнур ҒӨБӘЙҘУЛЛИН, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатының 6-сы класс уҡыусыһы:
- Үтеп барған йылдан үҙем өсөн күп тәьҫораттар алдым. Онлайн-форматта үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тура килде. Уларҙың иң сағыуы Башҡорт теле
көнөнә бағышланған йыр башҡарыу һәм шиғыр һөйләү флешмобы булды. Яңы йыл яҡынлашып килеү уңайынан «Ҡыш бабайға хат» конкурсында, Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ашҡаҙар» гәзите ойошторған мәҡәлдәр яҙыу бәйгеһендә ярышып бүләктәр оттом. Үгеҙ йылы коронавирус арҡаһында ҡатмарлы үтһә лә, төрлө мәҙәни саралар күп булды. Ҡолғона ауылына ялға йәки каникулға ҡайтҡан осорҙа ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үткәргән төрлө бәйгеләрҙә, тамашаларҙа ҡатнашырға тырышам. Тағы ла был йылда мин үҙемә яңы дуҫтар таптым, улар менән социаль селтәрҙә хаттар алышып торабыҙ. Юлбарыҫ йылы әсәйемә, туғандарыма һәм иптәштәремә оло шатлыҡ-ҡыуаныстар алып килһен!
Светлана ХӘСӘНОВА, муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары:
- Үгеҙ йылы шәхсән үҙем өсөн ныҡ яуаплы булды. Теүәл бер йыл элек мин үҙемдең тыуған районыма ҡайтып, муниципаль район хакимиәте мәҙәниәт бүлеге
етәксеһенең урынбаҫары вазифаһын етәкләнем. Тыуған яҡтарыма ҡайтыу, яратҡан эшемде башҡарыу, атаәсәйемдең, туғандарымдың, дуҫтарымдың, класташтарымдың янында булыу минең өсөн оло бәхет.
Әлфиә Ринат ҡыҙы етәкләгән мәҙәниәт бүлеге быйылғы йылда оло ҡаҙаныштарға лайыҡ булды. Ошо көндәрҙә “Земство мәҙәниәт хеҙмәткәре” конкурсында ҡатнашып райондың ике йәш белгесе 500 мең һум компенсацияға лайыҡ булды. Тағы икәүһе «Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто” конкурсында ҡатнашып 227 000 субсидия алды. Шулай уҡ 22 декабрҙә “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Үрге Этҡол ауылында “Яңы быуын китапханаһы” асылды. Заманса техника, яңы һулыш алған китапхана бөгөндән уҡыусыларын ҡабул итә башланы. 2021 йылда район, республика кимәлендә бик ҙур һәм матур саралар ойошторолдо. Шулар араһында “Торатау мираҫы” фольклор конкурсы, “Торатау моңо” республика хор һәм вокал ансамблдәр конкурсы, “Ретро шлягер” асыҡ район конкурсы, “Бөтә донъя фольклориадаһы” юғары кимәлдә үтте. Ошо ҡаҙаныштар етәксебеҙҙең юғары, ышаныслы белгес булыуы хаҡында һөйләй. Беҙҙең коллегаларыбыҙ – үҙ эштәрен яҡшы белгән, рухлы, талантлы мәҙәниәт белгестәре. Уларға уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем һәм оло рәхмәтемде еткерәм.
Үтеп киткән йыл ғаиләм өсөн дә бик уңышлы булды! Айсулпан ҡыҙым атаһының юлын һайланы – Стәрлетамак мәҙәниәт колледжының хореография бүлеге студенты.
Өлкән улыбыҙ Арыҫлан нефть колледжының 4-се курсында уңышлы уҡып йөрөй. Бәләкәй улыбыҙ Рамаҙан атаһы менән “Хәйбулла” фильмында үҙенең тәүге ролен башҡарҙы. Тиҙҙән фильмдың премьераһы. Иптәшем Рафиҡ Хәсәнов миңә барлыҡ башланғыстарымда ярҙам ҡулын һуҙып, күп сараларҙы алып барҙы. Атайым һәм әсәйемә лә оло терәктәре өсөн рәхмәтлемен. Үгеҙ йылына рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Ә киләһе 2022 йыл ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр, муллыҡ, уңыштар насип итһен!
Фото: https://pixabay.com/ru