

Православие, башҡа традицион диндәр менән бер рәттән, кешеләрҙең рухи һаулығында, илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, граждандар тыныслығын һәм берҙәмлеген нығытыуҙа мөһим урын алып тора. Был байрам яҡшылыҡтың һәм кешелеклелектең тантана итеүенә, ижадҡа һәм яңырыуға, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең бәхетле киләсәгенә халыҡтың ышанысын тағы ла нығытһын.
Барығыҙға ла һаулыҡ, һәр йортҡа һәм ғаиләләргә муллыҡ, байлыҡ, тыуған республикабыҙҙың һәм бөйөк Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн изге эштәрҙә уңыштар теләйбеҙ.
Галина БАКАНОВА, Ишембай районы муниципаль районы Советы рәйесе.
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан