Йәмғиәт
5 Ғинуар 2022, 05:00

Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар

Күптәр ҡышты ярата, сөнки был йылдың иң матур ваҡыты, ҡыш көнө генә санала, саңғыла шыуыу, рәхәтләнеп ҡарҙа уйнау мөмкинлеге бар.

Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙыларЭтҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар
Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар

Ҡышҡы каникулдарҙың беренсе көндәрендә Этҡолда саф һауала «Ҡышҡы уйындар» тип исемләнгән спорт байрамы уҙҙы.
Байрам эстафета рәүешендә үткәрелде. Ярыштар башланыр алдынан ҡатнашыусылар 2 командаға бүленеп, үҙҙәренең етеҙ, әүҙем булыуҙарын күрһәтте. Уйындар аҙағында балаларға күстәнәстәр һәм иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Барыһы ла яҡшы һәм күтәренке кәйеф менән таралыштылар.

Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар
Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар
Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар
Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар
Этҡолда "Ҡышҡы уйындар" уҙғарҙылар
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас