

- Илнур хәҙрәт, ҡала мәсетендә дини белем алыу өсөн ниндәй мөмкинлектәр бар?
- Иң элек шуны билдәләп үтер инем, беҙҙең мәсет 1980 йыл аҙаҡтарында мәрхүм Рәфҡәт хәҙрәт Рафиҡовтың тырышлығы менән төҙөлә башланы һәм тәүге йома намаҙы унда 1993 йылда үткәрелде. Шундай ҙур төҙөлөшкә тотоноп, уны башҡарып сыҡҡан Рәфҡәт хәҙрәткә Аллаһ Тәғәлә сауаптарын насип итһен. Ошо күркәм мәсетебеҙҙә изге эште дауам итеү хәҙер беҙҙең бурысыбыҙ.
Әле лә мәсеттә йома намаҙҙары үтеп тора. Йома хөтбәһе башҡортса һәм русса алып барыла. Шулай уҡ бында дини дәрестәр ҙә ойошторолған. Дини белем алырға теләүселәр рәхим итеп килә ала. Мәсетебеҙҙең ишектәре иртәнән кискә тиклем асыҡ. Ниндәйҙер һорауҙар килеп сыҡһа миңә 8–987-49-43-118 телефоны аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Шулай уҡ ярҙамсым Ринат хәҙрәт Мөхәмәтйәнов та уларға яуап бирер: 8-917-459-19-37.
Әлбиттә, беҙҙең алға ниәтләгән эштәребеҙ ҙә бар. Улар менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы һуңғараҡ таныштырырбыҙ әле.
- Яңы йыл, унан һуңғы оҙайлы ял көндәре яҡынлашҡанда яҡташтарығыҙға нимәләр әйтер инегеҙ?
- Әлбиттә, Яңы йыл – ул мосолман байрамы түгел. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ унан ситтә тороп ҡалмай. Эштә яңы йыл корпоративтары үткәреү, өйҙә байрам табыны ойоштороу ғәҙәткә ингән. Мосолманға эске булған ерҙә ҡатнашыу лайыҡлы түгел, шуға бындай сараларҙы эскеһеҙ уҙғарығыҙ тип әйтер инем. Тағы ла бер нәмәгә иғтибар биреү мөһим - яңы йыл алдынан күптәр кәрәкме-юҡмы артығы менән аҙыҡ-түлек ташый башлай, саманан тыш ҙур итеп табын әҙерләй. Әлбиттә, күпмелер өлөшө ашап бөтөлмәй, боҙола, әрәм була. Ризыҡты исраф итеү дини яҡтан да хупланмай. Был ваҡытта күршеләрегеҙ, туғандарығыҙ, таныштарығыҙ араһында кемдеңдер мохтаж булыуы мөмкин. Саҙаҡа рәүешендә уларға ярҙам итеү хаҡында уйланығыҙ. Ғөмүмән, күңел асыу табындары түгел, ә Ҡөрьән мәжлестәрен уҙғарыу хәйерле. Унда хәйер- саҙаҡалар таратыу, вәғәздәр тыңлау сауаплы ғәмәл һанала. Оҙайлы ял көндәрен дә файҙалы итеп үткәрергә яҙһын. Был ваҡытта мәсеттәргә килегеҙ, атайәсәйегеҙҙең, туғандарығыҙҙың хәлдәрен белешергә онотмағыҙ.
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.