

- Теге йәки был биләмәлә йәшәү уңайлылығы тәүге сиратта инфраструктура үҫеше кимәле менән билдәләнә. Ишембай районында был йүнәлештә нимәләр эшләнде?
- Ишембайҙың таҙартыу ҡоролмаларын капиталь ремонтлау тамамланды. Муниципалитет БашРТС менән берлектә Губкин урамы буйынса йылылыҡ трассаһын ремонтланы. Һыу хужалығының туҙыу кимәле 100-150 процентҡа етә. Шуға ла был проблеманы хәл итеү күп иғтибар талап итә. Хатта ошондай ҡатмарлы ваҡытта ла беҙ Тыныслыҡ урамынан Бульвар урамына тиклем һыу бүлеү системаһын капиталь ремонтлауға өлгәштек. Түбәнге Әрмет, Байғужа, Ҡолғонала һыу башняларын алмаштырыуға контракт төҙөлдө. Әле социаль догазификация программаһы старт алғансыға тиклем муниципалитет газ бүлеү менән шөғөлләнде. 2019 йылдан беҙ техник тоташыу аша эш алып бара торғайныҡ. Хәҙер социаль догазификация сиктәрендә тоташыу бушлай. Өс йыл эсендә районға газ үткәреү кимәле һиҙелерлек артты.
- Юлдарҙы ремонлау ҙа инфраструктураға ҡарай бит?
- Ҡала һәм районда юлдар һалыу һәм ремонтлау өсөн беҙ бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаландыҡ. Мәҫәлән, Ленин проспекты “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” федераль
программаһына инде. Башҡа юлдарҙы территориаль заказ сиктәрендә тәртипкә килтерҙек. Улар - Телеграф урамында 800 метр, Космонавтар урамында 350 метр, Геология урамында 225 метр, Бучацкий урамында 350 метрҙан ашыу, Ғәйфуллин урамында 450 метр, Ҡыҙылармеецтар урамында 1 километр, Белинский урамында 700 метр һәм “Нефтсе” тораҡ районында 1250 метр оҙонлоғондағы юл. Бынан тыш Ҡолғона, Васильевка, Алмалы, Әрметрәхим ауылдарында ла юлдар ремонтланды. Һарғай ауылының үҙәк урамын асфальтлау Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы сиктәрендә башҡарылды.
- Муниципалитет эшенең һөҙөмтәһе инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ғына баһаланамы?
- Икенсе мөһим мәсьәлә – инвестициялар, яңы предприятиелар һәм ойошмалар барлыҡҡа килеүе. Федераль, республика һәм район масштабындағы төп ваҡиға булып “Алға” махсус иҡтисади зона биләмәһендә производство асыу булды. Район биләмәһендә махсус иҡтисади зонаны булдырыу буйынса эште 2018 йылдың ноябренән башланыҡ. Форсаттан файҙаланып, Ишембай районында йәшәүселәр, муниципалитет, инвесторҙар һәм шәхси үҙемдең исемдән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа
рәхмәт белдергем килә. Уның дөрөҫ маҡсат һәм бурыстар ҡуйыуы арҡаһында махсус иҡтисади зона булдырыу буйынса эш башланды ла инде. 2019 йылда башланған күп инвестпроекттар эшләүҙәрен дауам итә. Яңы эш урындары барлыҡҡа килә. Был иһә яңы һалым керемдәре. Беҙҙең инвесторҙарға принципиаль теләгебеҙ Ишембай районы биләмәһендә теркәлеү булһа, улар беҙҙе ишетте. Был бик мөһим, сөнки НДФЛ, ер һәм милек һалымдары муниципаль ҡаҙнаны тулыландыра. Бынан тыш, “Алға” үҫеүе синергетик эффект бирә: бер яҡтан, махсус иҡтисади зона резиденттары, икенсе яҡтан беҙҙең сәнәғәтселәр. Улар үҙ-ара бәйләнештә эшләйҙәр, уртаҡ ҡыҙыҡһыныу бар, киләсәккә пландар билдәләнгән. Мәҫәлән, “ЗУР” предприятиеһы биналарын төҙөгәндә “Иҙел Нефтемаш” һәм “Витязь” ҡатнашты. Эре предприятиелар артынан ваҡ компаниялар ҙа эйәрә. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса беҙ тәүге бишәү иҫәбенә инәбеҙ. Ноябрь башына бындай предприятиелар 1930-ҙан ашыу ине. Һәм был һан арта бара. Сәнәғәт патриотизмы сиктәрендә беҙ урындағы предприятиелар һәм эшҡыуарҙарҙы подрядсылар һәм субподрядсылар сифатында контракттар үтәүгә йәлеп итәбеҙ.
- Һеҙ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ тураһында һөйләнегеҙ, ә сәнәғәт предприятиеларының эше нисек?
- Урындағы бер нисә эре предприятиеның оҫта етәкселеге арҡаһында еңелдән булмаған пандемия шарттарында эш урындары һаҡлап ҡалынды. Бынан тыш, беҙҙең
предприятиеларҙың етештереү күләме лә һаҡланды, ә ҡайһы берҙәре хатта тауар һатыуҙың яңы баҙарын да тапты. “Иҙел Нефтемаш” йәмғиәте эште автоматлаштырыуға булышлыҡ иткән станоктар һатып алды. “Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы” Һиндостан менән хеҙмәттәшлек итәсәк. “Витязь» – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, республиканың барлыҡ машина эшләүселәре ғорурлығы. Ике звенолы сылбырлы тәгәрмәсле транспортерҙарҙың аналогтары бар, әммә тактик-техник характеристикалары буйынса улар донъяла берҙәнбер. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса производствоны яңыртыуға район иҡтисадына инвестициялар кимәле буйынса беҙ ҡала биләмәһе булған муниципаль райондар араһында алдынғы урындарҙы биләйбеҙ.
- Шәхсән һеҙҙең өсөн иң мөһим ҡаҙаныштарығыҙ нимә булды тип иҫәпләйһегеҙ?
- Беҙ “Асфальт-бетон заводы” муниципаль унитар предприятиеһын һәм трикотаж изделиелары фабрикаһын һаҡлап ҡала алдыҡ. Был еңел булманы. 2019 йылда беҙҙә ике
“ауыр” муниципаль унитар предприятие булды: мунса-кер йыуыу комбинаты һәм асфальт-бетон заводы. Ул саҡта миңә асфальтбетон заводын ябырға тәҡдим иткәйнеләр.
Банкротлыҡ процедураһы башланып, арбитраж судтың ултырышы була, кредиторҙарҙың реестры булдырыла. Ул саҡта заводта 100 кеше эшләй ине. Беҙ предприятиены һаҡлап ҡына ҡалманыҡ, ә уның матди-техник базаһын да яңырта башланыҡ. Киләһе йыл асфальт-бетон заводы бурысын ҡаплап, таҙа килем ала башлар, тип күҙаллана. Хәлде мин контролдә тоттом – көн һайын беҙ һәр һорауҙы айырым ҡарай торғайныҡ. Заводтың проблемаларын хәл итеү менән шөғөлләнгән куратор тәғәйенләнек. Матди базаның туҙыуы 300 процент тәшкил итте. Әммә беҙ заводты тергеҙә алдыҡ. Эшселәрҙең эш хаҡы арта, улар беҙгә ышанды. Әгәр элек кадрҙар бик йыш алмашынһа, хәҙер барыһы ла эш урындарын һаҡлай. Республика Башлығы, хөкүмәте, район хакимиәте ярҙамы һәм инвесторҙың тырышлығы менән Ишембай трикотажына яңы һулыш бирҙек. Бөгөн унда 200 кеше эшләй. Ә 2019 йылда 10 кеше административ ялда, тағы ла 12 кеше административсәнәғәт комплексы бинаһын ғәҙәти торошта тотоу өсөн эшкә сыға ине. Беҙ бөгөн дә был предприятиены иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Конкурс производствоһы сиктәрендә инвесторҙарҙың элекке учредителдәр менән суд дәғүәһе бара. Инвесторға Ишембайҙа эшләүе уңайлы булһын өсөн беҙ тейешле ярҙам күрһәтәбеҙ. Тауар һатыу өсөн яңы баҙар тяуларға һәм Ишембай трикотажының элекке данын ҡайтарырға кәрәк.
- Ишембай районының тағы ла ниндәй ҡаҙаныштары бар?
- Беҙ элек теркәлмәгән капиталь төҙөлөш һәм ер участкалары буйынса юл картаһын төҙөнөк. Улар, Росреестр мәғлүмәттәре буйынса, район биләмәһендә дүрт меңдән ашыу ине. Йылдан артығыраҡ ваҡыт эсендә беҙ 1,5 меңдән күберәк объектты һәм участканы теркәй алдыҡ. Ә был Ишембай районының тупланма бюджетына ингән яңы һалымдар, беҙҙең иҡтисади база. Был тәжрибә әлегә республикала берҙән-бер, уны артабан башҡалар ҙа ҡулланасаҡ.
- Беҙ район тарихында мөһим ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ, ә шәхситормошоғоҙҙа һеҙҙең өсөн ниндәй ваҡиға иң мөһиме булды?
- Ишембайҙағы бөтә тормошом тик эшкә арналды. Ул минең өсөн ҡеүәтле хужалыҡ һәм идара итеү мәктәбе булды. Мин үҙем дә үҫтем, баһалау фекерҙәрен, позицияларҙы ҡайтанан ҡараным. Рухи-әхлаҡи яҡтан да үҙгәрҙем. Шундай вазифа биләгәндә, һинең шәхси әхлаҡи принциптарың ҡамасауларға мөмкин. Эске үҙгәрештәр булды.
- Район етәксеһе вазифаһында яуаплылыҡ ауыр булдымы?
- Район халҡы, Радий Фәрит улы Хәбиров алдында яуаплылыҡ бар ине. Баҫымды еңеп сығыу өсөн бик ябай рецепт бар – берҙәм фекерҙәштәр командаһы. Әгәр үҙ эшеңә
ышанһаң һәм командаң был йәһәттән һиңә ярҙам итһә, барыһы ла күпкә еңелерәк башҡарыла. Икенсе мөһим принцип: пиар өсөн түгел, ә намыҫлы итеп эшләргә кәрәк. Хаталар булһа, уларҙы танырға кәрәк. Бынан ҡурҡырға кәрәкмәй. Был эштә ваҡ нәмәләр булмауын аңланым. Ғәҙәттә, ваҡ-төйәктәр аҫтында ниндәйҙер күләмле нәмә йәшеренә. Кәңәшмәләрҙе исем өсөн генә түгел, ә билдәләнгән маҡсатҡа табан бәләкәй аҙымдар яһау өсөн ойошторорға кәрәк. Әгәр көн һайын эшең менән эҙмәэҙлекле, ныҡышмалы шөғөлләнһәң, уңышкиләсәк. Яуаплылыҡ тойғоһонан тыш, бындай масштабтағы етәксе халыҡтың проблемаларын, хәстәрен аңларға, уларҙы тыңларға һәм ишетергә, бәйләнеш ҡора белергә тейеш. Эш барышында халыҡ менән төрлө хәлдәр булды: беҙ әрләштек, күңелһеҙ мәлдәр ҙә етерлек булды, ләкин, иң мөһиме - хис-тойғоларға бирелмәҫкә, хәл итеү, маҡсатҡа ирешеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Шул саҡта барыһы ла килеп сығасаҡ.
- Яңы вазифала яуаплылыҡ кимәле арттымы?
- Яуаплылыҡ бер нисә тапҡырға артты. Алдан тупланған тәжрибә ярҙам итә. Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, һәр саҡ яҡшы белгестәр, үҙ эшенең оҫталары менән эшләнем. Мин шул яҡтан бәхетлемен. Бынан тыш, етәкселектең ярҙамы һәм кәңәштәре баһалап бөткөһөҙ. Элекке эшемдә янымда булған фекерҙәштәремә рәхмәтлемен. Ишембай ҡалаһы һәм районы халҡына ышаныстары, хеҙмәттәре һәм түҙемлектәре өсөн айырым рәхмәт. Халыҡтың дәрте һәм теләге миңә иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә көс бирҙе. Ишембай районы минең өсөн иң яҡыны, ҡәҙерлеһе булды һәм булып ҡаласаҡ, уның тураһында уйлаһам күңелгә йылы булып китә.