Йәмғиәт
1 Ғинуар 2022, 06:00

ЮЛБАРЫҪ ЙЫЛЫ НИМӘ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ?

Көнсығыш календары буйынса 2022 йыл – Юлбарыҫ йылы. Юлбарыҫ хакимлыҡты, уңышты символлаштыра, үҙенең энергияһы менән дә айырылып тора. Шулай уҡ ул көслө, ләкин һиҙелмәй генә яҡыная торған йәнлек. Шуға күрә 2022 йылда һиҙелмәй генә килгән үҙгәрештәргә әҙер булығыҙ. Икеләнеүҙәр һәм ғәмһеҙлек икенсе планға күсеп, төп урынға тәүәккәллек, ышаныс, маҡсатҡа ынтылыш килер.

ЮЛБАРЫҪ ЙЫЛЫ НИМӘ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ?ЮЛБАРЫҪ ЙЫЛЫ НИМӘ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ?
ЮЛБАРЫҪ ЙЫЛЫ НИМӘ ВӘҒӘҘӘЛӘЙ?

Ҡомаҡ. (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020).

Юлбарыҫтың һеҙгә сюрприздары күп булыр, әммә уларҙың һәр береһенә ҡыуанырға кәрәкмәй. Профессионалдарға эш урынын алмаштырыу һәм икенсе ҡалаға күсеү тыйыла. Командировкалар ярайһы уҡ табыш килтереүе мөмкин, ә 2022 йылдың сентябрендә һәм октябрендә сығымдар булыуы ихтимал. Икенсе яртығыҙ менән мөнәсәбәттәр яҡшы буласаҡ, яңғыҙ ҡомаҡтар өйләнешер йә кейәүгә сығыр.

Үгеҙ. (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009).

2022 йылда йыш ҡына тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә тура килер. Йыл киҫкен үҙгәрештәр вәғәҙә итмәй. Үгеҙҙәргә яҡындары менән мөнәсәбәттәрен боҙмаҫ өсөн, асыуҙарын баҫырға кәрәк. Үҙүҙегеҙҙе үҫтереү менән шөғөлләнһәгеҙ, карьера үҫешенең киләсәге яҡшы эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шәхси тормошта үҙгәрештәр көтөлмәй: мөнәсәбәттә оҙаҡ булғандар никахҡа иҫәп тота ала. Һаулығығыҙ тотороҡло булыр, әммә осраҡлы йәрәхәттәрҙән һаҡланығыҙ.

Юлбарыҫ. (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010).

2022 йылдың символы үҙ ҡарауы аҫтында булғандарға изге теләктәрен еткерә. Әммә был, ял итергә мөмкин, тигәнде аңлатмай. Үҙ хәлен яҡшыртырға теләгәндәргә йылдың беренсе яртыһына баҫым яһарға кәрәк - бында ҙур мөмкинлектәр асылыр. Сығымдар артасаҡ, ә аҡса туплау ҡыйынға төшәсәк. Партнерҙар менән мөнәсәбәттәр тотороҡһоҙ булыр - асыуығыҙҙы контролдә тоторға өйрәнергә кәрәк. Әгәр был йылдан барыһын да алырға теләһәгеҙ, баҫалҡы булырға тырышығыҙ.

Ҡуян. (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011).

2022 йылда Ҡуяндарға ҡарата Юлбарыҫ
айырыуса йылы мөнәсәбәттә булыр: ирегеттәр һөнәри өлкәлә үҫеүгә иҫәп тота
ала, ә бына ҡатын-ҡыҙҙар аҡланмаған
хәүефтәр иҫәбенә юғалтыу кисереүе
мөмкин. Әммә мөхәббәттә тулы романтика һәм наҙлылыҡ хөкөм һөрә. 2022 йылда йорт ҡуяндарының сәйәхәт итеү өсөн
мөмкинлектәре күп. Планлаштырылмаған сығымдарҙан ҡасырға кәрәк. 2022 йылда туҡланыуға һәм йәшәү рәүешенә күберәк
иғтибар бүлегеҙ.

Аждаһа. (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012).

2022 йылда Аждаһаның уңыштары ла уңышһыҙлыҡтары ла буласаҡ. Карьера ҙур иғтибар һәм ентекле ҡараш талап итә. Йылдың тәүге яртыһында һөнәри өлкәлә айырыуса ҡыҙыу буласаҡ, һуңынан һиҙелерлек еңеллек тойорһоғоҙ. Һеҙгә бюджет менән һаҡ эш итергә кәрәк: көтөлмәгән сығымдар килеп тыуасаҡ. Яңғыҙ Аждаһалар икенсе яртыһын таба ала, ә бына ғаилә уты һулағандарҙың тормошо ҡайнап торасаҡ - ыҙғышталашҡа юл ҡуймаҫҡа һәм тигеҙ урында мөнәсәбәттәрҙе асыҡларға тырышығыҙ.

Йылан. (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013).

2022 йыл сәйер ваҡиғаларға һәм аңлашылмаусанлыҡтарға бай булыр. Һеҙгә әүҙемерәк булырға һәм үҙегеҙҙе яңы проекттың үҫешенә йәлеп итергә кәрәк. Йылан йылында тыуған ҡатынҡыҙҙар үҙ бизнесынан ҙур табыш алыуға иҫәп тота ала. Ир-егеттәрҙең хәле бик к яҡшыларҙан түгел - финанс именлеген тотоу өсөн байтаҡ көс һалырға тура киләсәк. Әгәр ваҡытында һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырһағыҙ, ғаилә тормошо бик бай булыр.

Ат. (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014)

Дауыл ҡубасаҡ. 2022 йылда йылҡының тотороҡлолоғо һәм тәртиплелеге төшөгөҙгә генә инәсәк. Шуға ҡарамаҫтан, йыл күңелле һәм ваҡиғаларға бай булмаҡсы. Тәүге яртыһы уңышһыҙлыҡтар һәм көтөлмәгән сюрприздар менән тамамлана. Әммә, Аттар уларҙы тотҡарлап, яҙ аҙағына уҡ дәртләндереү йәки абруйлы премия рәүешендә күңелле бонусҡа иҫәп тота ала. Йыл финанс өлкәһендә эшләүселәр өсөн уңайлы. Һеҙҙе яңы романтик мәлдәр көтә. Иң мөһиме - тынысланырға һәм бер аҙға булһа ла
проблемаларҙан ситләшергә өйрәнегеҙ.

Кәзә. (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015).

Юлбарыҫ байлыҡ һәм муллыҡ вәғәҙә итә. Үҙ өлкәһендә профессионалдарҙың сит илдәргә командировкаларға сығыуы ихтимал. Кәзәләргә байтаҡ эшләргә тура киләсәк, ләкин бөтә тырышлыҡтар лайыҡлы бүләкләнә. Яҡындарығыҙ ҙур ярҙам күрһәтәсәк. Йылдың тәүге яртыһында көтөлмәгән аҡса килеүе көтөлә. Һаулыҡ торошо сағыштырмаса тотороҡло буласаҡ - туҡланыуға төҙәтмәләр индерергә тырышығыҙ һәм күберәк хәрәкәт итегеҙ.

Маймыл. (1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016).

Тормошоғоҙҙа мөһим йыл буласаҡ. Һүлпәнлектән ҡотолоп, эргә-тирәгеҙҙә барған ваҡиғаларҙы тиҙ арала хәл итеп өйрәнергә кәрәк. Үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, ә төптән уйлап эш итегеҙ. Планлаштырылмаған ҙур сығымдар булыуы ихтимал. Һеҙҙең хисле булыуығыҙ партнерығыҙ менән мөнәсәбәттәргә насар йоғонто яһауы бар - проблемаларҙы йәшермәҫкә, улар хаҡында асыҡтан-асыҡ һәм юғары тонһыҙ һөйләргә тырышығыҙ. Төшөнкөлөктән ҡасығыҙ, уның һаулыҡҡа зыян килтереүе мөмкин.

Әтәс. (1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017).

Әтәстәргә һөнәри өлкәлә үҙгәрештәр индереү өсөн уңайлы ваҡыт етәсәк. Йылдың икенсе яртыһы финанс йәһәттән тотороҡһоҙ булыр. Яңғыҙ Әтәстәрҙең бик яҡшы кеше менән никахҡа инеү мөмкинлеге тыуыр. Стресс һәм нервы көсөргәнеше һаулыҡта ла сағылырға мөмкин – тыныс булырға тырышығыҙ.

Эт. (1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018).

Профессиональ өлкәлә ауырлыҡтар булыуы ихтимал: кемдер эш алмаштырыу тураһында уйланасаҡ. Финанс перспективалары ышаныс тыуҙырмай, шуға күрә хәүефһеҙлек мендәрен булдырыуҙы хәстәрләргә кәрәк. Студенттар өсөн яҡшы йыл көтөлә. Шәхси тормошҡа килгәндә, яңғыҙ Эттәрҙә ул сағыу һәм бай буласаҡ. Ғаиләлеләрҙең яҡындарының һаулығына бәйле проблемалары тыуыуы ихтимал.

Сусҡа. (1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019).

Һәр осраҡта ла намыҫлы булырға тырышығыҙ. Ҙур финанс юғалтыуҙар булыуы ихтимал, шуға күрә бөтә килешеүҙәргә лә иғтибарлы булығыҙ. Коллегаларығыҙҙан һәм көнсөлдәрҙән һаҡланығыҙ. Шәхси тормошоғоҙҙа аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы бар, йышыраҡ һөйләшеүҙәр өҫтәле артына ултырығыҙ. Хис-тойғоларығыҙ тураһында ла йәшермәгеҙ. Туҡланыу рационын яңынан ҡарағыҙ һәм даими рәүештә саф һауала булығыҙ.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас