Йәмғиәт
31 Декабрь 2021, 05:00

БАЛАЛАР ҠЫУАНҺЫН ӨСӨН

Ошо көндәрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында муниципаль район ҡатын-ҡыҙҙар советының йомғаҡлау ултырышы үтте. Ул ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға Яңы йыл бүләктәре тапшырыу менән тамамланды.

БАЛАЛАР ҠЫУАНҺЫН ӨСӨНБАЛАЛАР ҠЫУАНҺЫН ӨСӨН
БАЛАЛАР ҠЫУАНҺЫН ӨСӨН

Ойошма ултырышында 2022 йылға билдәләнгән планды тикшереү һәм раҫлау, Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы менән хеҙмәттәшлекте дауам итеү, тәрбиәүи маҡсатта үҫмерҙәр һәм йәштәр менән осрашыу, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға төрлө саралар ойоштороу, ауыл биләмәләре ҡатын-ҡыҙҙар советтарына кураторлыҡ итеү, йәш әсәләр мәктәбенә нигеҙ һалыу, өлгөлө ғаиләләр миҫалында эш алып барыу кеүек мәсьәләләр ҡуҙғатылды.

- Беҙ күберәк аҙ килемле ғаиләләрҙә үҫкән һәм сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға байрамдар, ярҙам ойошторабыҙ. Шул уҡ ваҡытта «Инсайт» психологик-педагогик һәм социаль ярҙам күрһәтеү  үҙәге менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әле Яңы йылға татлы күстәнәстәр, уйынсыҡтар һәм памперстар алдыҡ. Улар тәғәйен адрес буйынса барып та етте, - тип ихлас уртаҡлашты Йәнырыҫ ауылынан әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙриә Заһиҙуллина.

Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Ә районыбыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары был йәһәттән башҡаларға өлгө булырлыҡ.

 

Автор фотоһы

Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас