

Ҡала биләмәһе хакимиәте белдереүенсә, Ағиҙел яры буйында фейерверктарҙы хәүефһеҙ файҙаланыу өсөн майҙансыҡ булдырылған. Ул бөтә талаптарға яуап бирә, йәғни кешеләр йөрөгән урындан, тораҡ йорттарҙан, электер үткәргестәренән, ағастарҙан һәм башҡа тиҙ тоҡаныусан объекттарҙан 30 метрлыҡ алыҫлыҡта урынлашҡан.
Административ ҡарарға ярашлы, фейерверк аттырыу 31 декабрҙең 22.00 сәғәтенән 1 ғинуарҙың 22.00 сәғәтенә тиклем ҡаралған. Шулай уҡ был сараға 6 ғинуарҙың 22.00 сәғәтенән башлап бер тәүлек рөхсәт бирелә, йәғни ул 7 ғинуарҙа 22.00 сәғәттә үк туҡтатылырға тейеш.
Тәртип боҙоусоларға ҡаты саралар күреләсәк.
Фото: https://pixabay.com/ru/