

Ошо көндәрҙә Радий Фәрит улы Зөлфиә апайҙең теләген үтәне.
Зөлфиә Ғилмутдин ҡыҙы шатлығын күҙ йәштәре аша еткерә.
- Бындай заманса кәрәҙле телефон хаҡында күптән хыялланғайным, сөнки үҙемдеке ватылды. Мин телефон аша яратҡан артистарымдың концерттарын ҡарарға яратам. Видео шылтыратыу аша бәйләнешкә инәм. Башҡортостан Башлығы Радий Хабиров минең теләгемде тормошҡа ашырғаны өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм, - ти ул.
Был көндө ҡарттар өсөн ҡала мәҙәниәт һарайының артистары Яңы йыл концертын күрһәтте, ә Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу бүләктәрен таратты.
- Интернат 72 койка урынға иҫәпләнһә, әле беҙҙә 64 хеҙмәт алыусы. Беҙҙең олатайҙар, өләсәйҙәр был байрамды һәм бүләктәрҙе көтөп ала. Тәүгеһен, ҙур телевизорҙы Радий Фәрит улы тапшырҙы ла инде. Беҙ шулай уҡ “Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел”, “Ҡәҙерле ҡарттарыбыҙ беҙҙең”, “Йәшәү ризығы”, “Яңы кешеләр” хәйриәлек фонды һәм Салауат епархияһы менән дә эшләйбеҙ. Байрам уңайынан улар телевизор, һыуытҡыс, баян, гитара һәм тәмлекәстәр бүләк итте, - бүлексәнең мөдире Людмила Сливочкина.