

– Ниңә ауыр күтәрәһең, миңә әйтһәң булмаймы? – тип эргәмә йүгереп килеп, ҡулымдан тулы һыулы биҙрәләремде тартып ала. Эштән шылтыратып, хәлемде белешергә, көндөң һалҡынлығын киҫәтеп, йылыраҡ кейенергә кәрәклекте лә оноттормай.
“Йүнле кеше урамда танышмай” тиһәләр ҙә, беҙ автобус туҡталҡаһында таныштыҡ. Бер йылға яҡын дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғына өйләнештек. Бер кемдән дә хур булып йәшәмәнек, бына тигән ике ул үҫтерҙек. Шаян да, матур ҙа, уңған да инем, тик ике тиҫтә йылдан ашыу иңде-иңгә терәп йәшәгәндән һуң, көтмәгәндә Ғәзиздең ғаиләнән китеүе аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай булды.
Был ваҡытта аяҡҡа ныҡлап баҫҡайныҡ инде, ирем ябай эшсенән фирма етәксеһенә тиклем күтәрелде, иркен йорт һалып индек, малайҙарҙы өйләндерҙек. Уландарыбыҙ атай-әсәйгә, туғандарыбыҙға хөрмәтле, ярҙамсыл була белде. Ә ейәнсәребеҙҙең тыуыуы ғаиләбеҙгә өр-яңы шатлыҡтар алып килде. Өлкән улыбыҙ кескәй Әлиәне ял көндәрендә беҙгә килтерһә, мин кухняла тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләү менән булышам, олатайҙары көн буйы ейәнсәре менән мәж килә, бергәләп уйнайҙар, урамда йөрөйҙәр.
Тик ялдарҙың береһендә ирем, эшенең күплегенә һылтанып, бөгөн ейәнсәре менән аралаша алмауына үкенес белдерҙе. “Әминә, бөгөн төнһөҙ ҡайтып та булмаҫ, эштә – аврал, бәлки, ҡаланың бер осонан икенсеһенә ваҡыт әрәм итеп йөрөмәҫ өсөн атайымда ҡунырға ла тура килер. Бөтәһе лә йығылып ятып эшләгәндә, өйҙә һине һаҡлап ултырайыммы?” – тип ҡаты ғына киҫәткәс, аптырауымдың сиге булманы. Ул үҙенең алдашырға тырышыуынан уңайһыҙлана, хатта асыуы килеүен, ярһыуын тоям. Нимәнелер әйтеп еткермәй, иғтибарлы ҡатын-ҡыҙ иренең холҡондағы бындай үҙгәреште һиҙмәй ҡалмай ул.
Нисек кенә тыныс булырға тырышһам да, күңел урынында түгел. Кис машинаны ҡабыҙҙым да иремдең эшенә киттем. Һиҙенеүем дөрөҫкә сыҡты, фирмала эт тә юҡ, бары ҡарауылсы ҡатыны менән сәй эсеп ултыра. “Моғайын, Ғәзиз ағай объектҡа киткәндер”, – тип тынысландырҙылар. Бинанан сығып та өлгөрмәнем, йәш ҡатындың ирен әрләгәне ҡолаҡҡа салынды: ”Һин дә мине иҫәргә һанайһыңмы? Ҡара уны, миңә алмаш тапһаң, мәсхәрәгә ҡалдырма, шунда уҡ киҫәт! Бөтә ҡала күптән белә, ә ул әҙәм көлдөрөп, ирен эҙләп йөрөй...”
Был һүҙҙәр йөрәккә уҡтай ҡаҙалды, егерме биш йылдан ашыу бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгән иң яҡын кешеңдең хыянатын ситтәр ауыҙынан ишетеү бик ауыр икән, ғәрлек килә... Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, иремә шылтыратырға көс таптым:
– Ғәзиз, беҙгә һөйләшергә кәрәк, тиҙерәк ҡайт...
– Минең эштә икәнде беләһең бит...
– Һинең офис ҡапҡаһы янында торам! Ирме һин, сепрәкме, Ғәзиз!
Тимерҙәй һалҡын тауыш уға тәьҫир итте, күрәһең, хәҙер үк өйгә ҡайтасағын белдерҙе. Аңлашыу ҡыҫҡа булды, ул йәһәт кенә сумаҙанын йыйып, йәшерен ғаиләһенә китергә ашыҡты. Әйтешеүҙән, илауҙан, үҙеңде йәлләтеүҙән файҙа юҡ, бөртөкләп ҡорған донъям бер минутта емерелеп төштө, иң ныҡ ышанған, таянған кешеһеҙ тороп ҡалдым. Ул ваҡыттағы хәлемде һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Улдарымды йыуатырға тырышам: “Атайығыҙ һеҙҙе ташламаны, ә минән китте, мәрхәмәтһеҙ булмағыҙ”, – тим.
Көн артынан көн үтте, мин һиҙелерлек ябыҡтым, ҡартайғанымды тоям, үҙемә иғтибарҙы кәметтем, донъяның ҡыҙығы ҡалманы. Бер саҡ әхирәтем Мәрйәм миңә ысынлап тороп асыуланды: “Был ни эш, Әминә, күпме ул йүнһеҙ ирҙе уйлап, һарыға һабышып ултырырға мөмкин? Әйҙә, кейен”, – тип мине ашыҡтыра башланы.
Ул мине үҙе эшләгән балалар онкология дауаханаһына алып килде һәм мин үҙемде бөтөнләй башҡа планетаға эләккәндәй тойҙом. Ялтыр башлы, пеләш сабыйҙар йүгерешә, эргәләрендә йәш кенә әсәләр улар менән уйнай, ҡулдарында күтәреп йөрөй...
– Бына был, исмаһам, оло ҡайғы! Ә һин нимәгә үҙеңде бөтөрәһең? – тине Мәрйәм, кескәйҙәр яғына ҡараш ташлап.
Ысынлап та, был көн минең тормошомдо тамырынан үҙгәртте. Ошо сабыйҙарҙың хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү, операциялар үткәреү өсөн бағыусылар эҙләү менән мауыҡтым. Шатланырға, йылмайырға өйрәндем. Бәхеткә күрә, һөйөнөслө ваҡиғалар аҙ булманы.
8 Март байрамы алдынан табын әҙерләгәндә ишектең яй ғына шығырҙағанын һиҙеп: “Улым, килеп еттегеҙме? Үтегеҙ, үт, ҡулдарым ҡамырҙа, хәҙер ҡаршылайым”, – тиеүемә алдыма инде онотола яҙған иремдең килеп баҫыуын күреп, ҡаттым да ҡалдым. Элекке Ғәзиз түгел инде, йонсоған, ҡартая төшкән, иҫкергән пальтола, ҡараштары һүнгән. Ун йыл аҙ ғүмер түгел шул, үҙгәрерһең дә... ”Мөмкинме, Әминә?” – тип өндәште. Юҡ, мин уның әйләнеп ҡайтыуына бер ҡасан да иҫәп тотманым, тик ул минең балаларымдың атаһы, миңә ғәфү үтенеп килерлек булғас, тимәк, уға ярҙам кәрәк, тип уйлайым.
– Үҙең ҡара, өй бит уртаҡ, – тинем дә сығып киттем.
Төпсөнөргә, ниңә бындай көнгә төшөүен һорашырға теләгем бөтөнләй юҡ. Мине бер генә мәсьәлә борсой: ғәфү итергәме уны, юҡмы? Ғәфү итһәм, әлеге тыныс тормошомдоң аҫты-өҫкә килеүе бар. Һуңлабыраҡ ҡайтһа, “теге”нең янына киткәндер, тип шикләнеүемдең көсәйеүе ихтимал. “Ашың тоҙло булған”, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерһә, “Оҡшамаһа, йәш ҡатының бешереп ашатһын”, – тип сәнстереп алыуым да мөмкин. Һәр уңайлы ваҡытта уның хыянат итеүен иҫенә төшөрөп тормау, йәненә теймәү өсөн ихтыярым, аҡылым етерме, тип икеләнәм. Һаман да уйланам, хәл итергә ваҡыт еткәнлеген беләм, тик йөрьәт итә алмайым...
Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото:Crosswalk.com