

Үҙегеҙҙең шәхси автомобилегеҙ булған осраҡта ла, йәмәғәт транспортында тәртип ҡағиҙәләрен белеү мотлаҡ. Сөнки улар менән һеҙгә барыбер осрашырға тура киләсәк. Транспорт туҡталышында төшкәндәрен көтмәй, салонға алдан инеп китмәгеҙ. Буш урындарға иң элек ололар, инвалидтар, бәләкәй балалы ата-әсәйҙәр, ауырлы ҡатындарҙың ултырғанын көтөгөҙ. Бер үҙегеҙ генә булһағыҙ, эргәләге буш урынға сумкағыҙҙы ҡуйып урынды биләмәгеҙ, аяҡтарығыҙҙы иркен итеп ҡуйып күршегеҙгә ҡамасауламағыҙ. Салондың икенсе осонда танышығыҙҙы күреп ҡалһағыҙ, баш һелкеп йәки йылмайып ҡына сәләмләгеҙ. Ҡысҡырып өндәшеү был саҡта матур түгел. Транспортта мобиль телефон аша хәбәр һатып барыуҙан да тыйылығыҙ. Һеҙҙең эргәлә ултырғандарға улар һис кенә лә ҡыҙыҡ түгел.
Кафела һәм ресторанда
Кафела йәки ресторанда ла үҙеңде тота белеү мөһим. Ир-егет ҡатын-ҡыҙҙың тунын йәки пальтоһын сисешергә һәм уны гардеробҡа тапшырырға ярҙам итергә тейеш. Артабан өҫтәл артында ла ултырғысты шылдырып гүзәл затҡа ултырырға ярҙам итә. Аҙаҡ ҡына ул үҙенә урын хәстәрләй.
Өҫтәл артында телефондан һөйләшеп ултырмағыҙ, бик кәрәк икән, ғәфү үтенеп ситкә китеп һөйләшегеҙ. Аҙыҡ килтергәнсе өҫтәлгә ҡулдарҙы ҡуйыу ғәҙәтен дә үҙ итмәгеҙ.
Аш-һыу ҡоралдары менән уйнау, ашъяулыҡ ситен төрөү, өҫтәл аҫтында аяҡтарҙы һуҙып ултырыу ҙа килешмәй. Салфеткағыҙ иҫәнгә төшөп китһә, уны үҙегеҙ эҙләп алмағыҙ. Һеҙгә официант яңыһын килтерер.
Театрҙа һәм кинотеатрҙа
Спектаклгә һуңламай, ваҡытында килергә ғәҙәтләнегеҙ. Тамаша залында нимәлер ашап, эсеп ултырыу ҙа килешә торған эш түгел. Фильм йәки спектакль ҡарағанда телефонығыҙҙы һүндереп ҡуйығыҙ йәки тауышһыҙ режимға күсерегеҙ. Әгәр ойоштороусылар төшөрөүҙе тыйған икән, киреһен эшләмәгеҙ. Үҙегеҙҙе тыныс тотоғоҙ, тирә-яҡҡа ҡаранып, күршеләрегҙә ҡамасауламағыҙ.Ҡысҡырып көлөү, тауышланыу, кемгәлер текләп тороу ҙа
матур түгел. Әгәр спектаклгә ике пар бергәләшеп килгәнһегеҙ икән, тамашасылар залында ҡатын-ҡыҙҙар уртала урын ала, ир-егеттәр - ике яҡтан һәр береһе үҙенең пары эргәһендә. Тәнәфес мәлендә сығырға тура килһә, рәт араһынан башҡаларға йөҙөгөҙ менән боролоп үтегеҙ, артығыҙ менән түгел. Гардеробтағы көҙгө алдында, йөҙөгөҙгә ҡарау, еңелсә генә прическағыҙҙы төҙәтеп ебәрергә мөмкин. Ә ирен буяу, салбарҙы күтәреү өсөн башҡа урын ҡаралған.
Танышҡанда
Танышыуға бигерәк тә ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк. Сөнки тап шул мәлдә кешеләр күңелендә тәүге тәьҫораттар барлыҡҡа килә. Танышҡанда ир кешене ҡатын-ҡыҙға, йәше йәки вазифаһы буйынса кесерәктәрҙе олораҡтарына, һуңынан килгәндәрҙе алдан килгәндәргә таныштыралар. Һеҙ ултырған ваҡытта һеҙҙең менән ҡул биреп күрешергә теләһәләр, был ваҡытта баҫығыҙ йәки еңелсә күтәрелеп алығыҙ.
Эштәге этикет
Етәксеме, ябай хеҙмәткәрме эштәге этикет барыһына ла ҡағыла. Иң беренсе – һуңламағыҙ. Һәр ваҡыт һаулыҡ һорашығыҙ, рәхмәт әйтергә онотмағыҙ. Һөйләшкәндә башҡаларҙы бүлдермәгеҙ. Әгәр телефон аша һөйләшкәндә ниндәйҙер сәбәп арҡаһында бәйләнеш өҙөлһә, тәүге шылтыратыусы үҙе ҡабаттан телефон һандарын йыйырға тейеш. Эшлекле осрашыуҙа ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулынан үбеү ғәҙәте юҡ. Эштә үҙеңде тотош ҡына түгел, кейемеңә лә иғтибар итергә өйрән. Таҙа, , аксессуарҙар менән килешле булыуы мөһим.
Бүләк һайлағанда
Кемгәлер бүләк һайлай башлаһағыҙ, нимәгә туҡталырға белмәй баш ҡата. Шуның өсөн был эште аҙаҡҡы көнгә ҡалдырмай, алдан башҡарыу мөһим. Бүләкте хеҙмәттәштәреңә алаһыңмы әллә яҡындарыңамы, быға ла иғтибар бирергә кәрәк. Шулай уҡ төрлө юрауҙарға ышанған кешеләргә бысаҡ, башҡа осло әйберҙәр, көҙгө, сәғәт кеүек нәмәләр бүләк итмәгеҙ. Бының менән һеҙ уның күңелен генә төшөрәсәкһегеҙ. Бүләгегеҙҙе төргәктә биреү күпкә отошло, шулай йәмле лә буласаҡ. Был һеҙҙең иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙҙе күрһәтәсәк. Бүләк алыусының да күңеле күтәрелер.
Кейемдәге этикет
Матур кейенеү өсөн кейемеңдең ҡиммәтле булыуы мотлаҡ түгел.Уның хаҡы ғына кешене элегантлы итеп күрһәтмәй. Кейемде кәүҙәңә ҡарап килешкәнен һайлай белеү мөһим. Шулай уҡ төҫтәрҙең тура килеүенә иғтибар бирергә кәрәк. Кәүҙәләге ниндәйҙер етешһеҙлектәрҙе күрһәтеп торорға түгел, киреһенсә мөмкин тиклем уларҙы йәшерергә, матур яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алырға тейеш.
Был ҡағиҙәләрҙе белеү зыян итмәҫ:
Һеҙ, директормы, академикмы, оло йәштәге ҡатынмы, йәки мәктәп уҡыусыһымы – бинаға ингәндә тәүге булып һаулыҡ һорашығыҙ.
Ҡул биреп һаулыҡ һорашҡанда ир кеше бирсәткәһен һала, ҡатын-ҡыҙға был мотлаҡ түгел.
Әгәр ирегеҙ менән китеп барғанда юлда ул кем менәндер һаулыҡ һораша икән, һеҙгә лә ул кеше менән иҫәнләшеү дөрөҫ.
“Эййй!” тигән тауышҡа бер ҡасан да әйләнеп ҡарамағыҙ.
Һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырһалар, “Тағы кемдәр буласаҡ?” тигән һорау бирмәгеҙ.
Йәш ҡыҙҙарға ҡуйы төҫтәге сәскә бүләк итмәгеҙ. Иң яҡшыһы – сәскә бөрөһө асылып бөтмәгән аҡһыл төҫтәге гөлләмә. Оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға тиҙ шиңә торған сәскә һайламағыҙ. Был йәшлек үтеүен хәтеренә төшөрөп, кәйефен ҡырыр.
Алдан саҡырылған ашҡа һуңлап йөрөмәгеҙ. Нимәлер килеп сыҡһа, хужаларға шылтыратып, тотҡарланыуығыҙ тураһында иҫкәртегеҙ. Ә бына фуршетҡа һуңлабыраҡ килеү, һәм алданыраҡ китеү мөмкин.
Фуршеттар тәүге сиратта аралашыу өсөн ойошторола. Шуға һәр ваҡыт өҫтәл артында тороп ашау матур түгел.
Фото: https://pixabay.com/ru