

Энергетиктарҙың һөнәри байрамдары алдынан “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең “Ишембай электр селтәрҙәре” производство бүлексәһендә булып, унда оҙаҡ йылдар эшләүсе хеҙмәт алдынғылары менән таныштыҡ.
Транспорт һәм электр энергияһы бүлегенең әйҙәүсе инженеры Сергей Голубцов егерме йыллап ошо предприятиела. Үҙенең хеҙмәт юлын электромонтер булып башлаһа, һуңынан тағы ла яуаплыраҡ вазифаларға үрләтелә.
Кабинетта ғына ултырып эшләүгә ҡоролмаған уның хеҙмәте. Был юлы ла уны районға сығып китер алдынан тап иттек.
- Электр счетчиктарын алмаштырыу буйынса ла эш алып барабыҙ. Ҡулланыусылар буйынса рейдтарға ла сығабыҙ. Беҙҙең эш ҙур яуаплылыҡ, иғтибар талап итә. Һөнәри байрамыбыҙ алдынан был тармаҡта хеҙмәт итеүсе барлыҡ коллегаларыма аварияһыҙ эш теләйем, - тине ул.
Электр селтәрҙәре хеҙмәттәре буйынса директор урынбаҫары – электр энергияһы транспорты бүлеге начальнигы Юрий Сорокин да үҙенең хеҙмәткәрен тик яҡшы яҡтан
билдәләне.
- Сергей Николаевич – коллективта хөрмәтле кеше, бик грамоталы, ышаныслы белгес. Ҡатмарлы эштәрҙе лә ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып сыға. Күптәр өсөн ул остаз
да. Йәштәр унан һөнәр оҫталыҡтарына өйрәнә, - тине Юрий Геннадьевич.
Үҙ һөнәрен яратҡандар ғына хеҙмәт ҡаҙаныштарына өлгәшәлер. Сергей Голубцовтың һөнәри оҫталығын сағылдырған маҡтау ҡағыҙҙары аҙ түгел. Быйыл уның тырышлығы “Башкирэнерго” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Почет грамотаһы менән баһаланған.
Автор фотоһы.