

Яңы йылға аяҡ баҫыр алдынан һәр кем йорттарын тәртипкә килтерергә, яңы пландар ҡорорға, тормошон өр-яңы биттән башларға ынтыла. 2022 йылға күтәренке кәйеф, яҡшы уйҙар менән аяҡ баҫыу өсөн ҡайһы бер ябай ғына эштәрҙе башҡарыу ҙа ярҙам итәсәк. Шул йәһәттән хужабикәләргә бер-нисә кәңәш.
Алда – көтөп алынған матур байрам көндәре! Һаҡсыллыҡ бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Тәү сиратта һыуытҡысығыҙҙа тәртип булдырығыҙ: срогы сыҡҡан аҙыҡтарҙы ырғытығыҙ, байрамда әҙерләйәсәк блюдолар өсөн урын булдырығыҙ. Өҫтәүенә ваҡытында таҙартылмаған һыуытҡыс бактериялар ояһы, насар еҫ сығанағы булыуы ла ихтимал.
Ҡағыҙ ҡаптарҙағы ярмаларҙы герметик быяла банкаларға һалығыҙ.
Иҫкергән ярыҡ-йороҡ, китек-митек һауыт-һабанан ҡотолоғоҙ. Бындай һауыт-һабаны ҡулланыу һеҙҙең тормош сифатын кәметә, кәйефкә лә йоғонто яһай. Тәмле һәм файҙалы ашты матур тәрилкәнән ашау күңеллерәк түгелме?
Байрам алдынан кухняла ҡулланылған таҫтамалдарҙы яңыртығыҙ. Улар ҡиммәт тормай, уның ҡарауы матур биҙәкле таҫтамалдәр кәйефегеҙҙе күтәрәсәк. Яңы йылда тормошоғоҙҙа бер ниндәй тап та, бысраҡ та булмаһын! Сәйнүктәрегеҙ эсен лимон кислотаһы менән таҙартығыҙ, ит, балыҡ һәм йәшелсәләрҙе турау өсөн ҡулланылған таҡталарҙы яңыртырға ла ваҡыт еткән түгелме?
Кухня раковинаһына байрам көндәрендә айырыуса көс төшәсәк. Уға май ҙа, аш-һыу ҡалдығы ла эләгеүе мөмкин. Уның әлегә тығылмауына, һәйбәт эшләүенә ҡарамаҫтан, ҡайнар һыу менән йыуҙырырға, махсус таҙартыу сараһы ҡойорға онотмағыҙ. Һеҙҙең иғтибарлы булыуығыҙға торбалар “рәхмәт” кенә әйтер...
Ә бына һауыт-һаба йыуыу өсөн ҡулланылған йыуғыстарҙы алмаштырҙығыҙмы? Иҫкеләре, әйҙә, иҫке йылда ҡалһын!
Фото:gastronom.ru