

Бөгөн әңгәмәгә Волга буйы федераль округының А. Доставалов исемендәге кадет корпусының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡорт һәм туған телдәр
ассоциацияһы етәксеһе Рифат ӘЙҮПОВТЫ саҡырҙыҡ. Уның һөйләгәндәре һәммәбеҙгә һабаҡ булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
- Рифат Риф улы, һеҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса алдынғы уҡытыусы булараҡ беләбеҙ. Гәзит уҡыусыларына Башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Был ассоциация 2019 йылдың апрелендә ойошторолдо, уның тәүге рәйесе Фәнзил Санъяров булды. Уға Башҡортостан Республикаһы мәғарифты үҫтереү
һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) институты менән берлектә нигеҙ һалдыҡ. 2021 йылда ассоциацияның етәксеһе итеп мине тәғәйенләнеләр. Аңлатып әйтергә кәрәк, был ойошма уҡытыусыларҙың һөнәри аралашыу һәм милли белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибә менән алмашыу өсөн майҙансыҡ булып тора. Һуңғы йылдарҙа ассоциация боронғо ата-бабаларыбыҙ йәшәгән Ырымбур, Силәбе кеүек өлкәләрҙә махсус семинарҙар ойоштороу менән мәшғүл. Рус мәктәптәрендә башҡорт телен үҫтереү буйынса эш алып барыуҙы ла иҫтән сығармай уның вәкилдәре – ошо юҫыҡта заманса китаптар, методик ҡулланмалар, ҡулайлы алымдар, дәртләндереү саралары тураһында ла күп тәҡдимдәр, кәңәштәр әйтелә...
Элек-электән килгән бер хыялым тураһында лә әйтеп үтергә ине. Туған телдәр буйынса уҡытҡан практик уҡытыусылар һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре араһында «Йыл уҡытыусыһы»на оҡшатып конкурс үткәреү. Быйыл ошо маҡсатта бер нисә йүнәлеш – Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәнеү, уларҙы ғилми юҫыҡта тикшереү, һанлы ресурстарҙы ҡулланыу һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары өсөн айырым номинация булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙек.
- Белем биреү учреждениеларында уҡыусыларҙың туған телде белеү кимәлен нисек баһалайһығыҙ?
- А. Доставалов исемендәге кадет корпусына тиклем мин ҡалабыҙҙың башҡорт гимназияһында эшләнем. Әлбиттә, айырма күк менән ер араһындағы һымаҡ. Милли мәктәптәрҙә конкурстар, фестивалдәр, кластан тыш саралар – бөтәһе лә туған телдә ойошторола. Үҙ телеңде өйрәнеү ҙә юғары кимәлдә. Бөгөнгө көндә, балалар туған телен бигүк һәйбәт белмәгән заманда, яңы технологияларҙы ҡулланыу зарур. Яңыраҡ беҙ грант проекты сиктәрендә 1-9-сы класс уҡыусылары өсөн «Башҡорт телендә һөйләш» ҡулланмаһын баҫтырып сығарҙыҡ. Уның нигеҙенә аралашыу, диалог кеүек коммуникатив күнекмәләр ятты. Быйыл тағы яңы әсбаптар өҫтөндә эшләй башланым – улар ярҙамында балалар тел байлығын үҫтерергә тейеш.
- Әйткәндәй, Юрий Гагарин исемендәге Кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһында теркәлгән предметтар исемлегенә башҡорт телен индереү тап һеҙҙең исем менән бәйле.
- Өфөлә үткән бер сарала муниципаль райондың элекке мәғариф бүлеге начальнигы Роберт Әхмәт улы Ибәтуллин менән һөйләшеп киттек. Ул, ни өсөн башҡорт
теле буйынса Гагарин олимпиадаһы юҡ, тигән һорауҙы ҡуҙғатты. Әйҙәгеҙ, һеҙ сараға яуаплы кешеләр менән бәйләнешкә сығығыҙ, ә мин ойоштороу мәле, һорауҙар
төҙөү кеүек эштәрҙе үҙ өҫтөмә алам, тинем. Эште оҙаҡҡа һуҙмайынса, шунда уҡ Юрий Гагарин исемендәге Кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһын ойоштороусылар
менән һөйләштек. Шулай итеп, башҡорт телен Гагарин олимпиадаһы исемлегенә индереү республиканың Мәғариф министрлығы кимәлендә ыңғай яҡҡа хәл ителде. Ойоштороусылар тәүҙә, ҡатнашыусылар булырмы икән, тип хәүефләнә төштө. Тәүге йылда, барыһын да шаҡ ҡатырып, дүрт меңдән ашыу бала ҡатнашты.
- Башҡорт телен үҫтереү өлкәһенә ҡағылышлы теләгегеҙ?
- Һис шикһеҙ, был юҫыҡта туған телдә мультимедия йүнәлешен үҫтерергә кәрәк, тип һанайым. Аң-фекерҙе үҫтереүсе уйындарҙы бала тап үҙ телендә файҙаланырға
тейеш. Сөнки ул ике йәштән биш йәшкә тиклем мейеһенә бөтәһен дә һеңдерергә әүәҫ. Шуға ла бөгөн башҡорт телен өйрәнеү буйынса YouTube-каналдар булдырыу, мультфильмдар, тапшырыуҙар төшөрөү – беҙҙең бурысыбыҙ. Уҡыусыларыма һәр саҡ бер нисә телде белеү тураһында иҫтәренә төшөрөп торам. Телдәрҙе белеү – киләсәгеңә юл ярыу тигән һүҙ. Шулай ҙа тәү сиратта үҙ телеңде белеү кәрәк. Ул – һинең асылың, булмышың, рухи донъяң...