Йәмғиәт
19 Декабрь 2021, 07:00

Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, тиҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Һарғай ауылында йәшәүселәр

Был ауылда тәртипле, берҙәм халыҡ йәшәүе тураһында ишеткәнебеҙ булһа ла, бығаса бер ҙә юл төшмәне. Әле конкурста ҡатнашыуҙары хаҡында белгәс, унда йәшәүсе халыҡ, уларҙың көнитмеше менән яҡынданыраҡ танышыу маҡсатында ошо төбәккә юл тоттоҡ.

Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, тиҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Һарғай ауылында йәшәүселәрҮҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, тиҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Һарғай ауылында йәшәүселәр
Үҙ көсөбөҙгә таянабыҙ, тиҙәр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы Һарғай ауылында йәшәүселәр

Һарғайҙың активисы, һулып барған ауылға йән өрөүсе Фәрүр ағай Вәлитовҡа килеү маҡсатыбыҙҙы белдереп телефон аша һөйләшкәндә: “Айырым кемделер тәҡдим итмәйем, беҙҙә барыһы ла егәрле, етеш йәшәйҙәр, һәр береһе лә һөнәрле. Үҙегеҙ теләгәнен яҙырһығыҙ”, тигәс, күңелдә бер аҙ икеләнеү булһа ла, ауылға етәрәк был тойғолар юҡҡа сыҡты. Иҫәкәй яғынан Һарғайға боролоуға бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙарҙың скандинав таяҡтарында китеп барыуын күргәс тә, улар янында туҡталдыҡ.

Әңгәмәселәрем араһында күпселекте хаҡлы ялдағылар тәшкил итә, йәшерәктәре лә бар.

- Хәҙер ныҡлы өс йыл ошолай шөғөлләнәбеҙ. Тәүҙә 5-6 кеше генә инек, хәҙер 10-дан ашыубыҙ. Көн һайын 5 километрлап юл үтәбеҙ. Ауыл эсендә лә йөрөйбөҙ, - тип һөйләне үҙҙәренең сәләмәтлектәренә битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙар.

Гүзәл заттар менән хушлашып, ауыл башына килеп етеүгә, геүләп шыуып йөрөгән саңғысыларҙы күреп йәнә туҡталдыҡ. Бәләкәй генә ауылдан саңғыны үҙ итеүселәрҙең шулай күп булыуы ғәжәпләндерҙе. Улар араһында ауыл мәсетенең имам-хатибы Венер Сәлимовтың булыуы ихтирамыбыҙҙы арттырҙы. Спорт һарғайҙар өсөн ят күренеш түгел икән. “Йәй бик ваҡыт эләкмәһә лә, ҡышын мал ҡарағас, кемдер эшкә китә, хаҡлы ялдағылар ошолай саңғыларҙа шыуырға сығабыҙ. Тау-урман яғына беҙҙең саңғы трассаһы ла һуҙылған”, - тине улар.

Рәүҙәк туңыу менән каток эшләп ҡуйғандар. Каникулда унда балалар шыуып кинәнә. Был да йыл һайын ойошторола торған эш. Ауыл башындағы волейбол, футбол уйнау өсөн майҙансыҡ та халыҡтың яратҡан урыны. “Унда элек беҙҙең атайҙар спорт менән шөғөлләнгән. Үҙебеҙ ҙә шунда футбол, волейбол уйнап үҫтек. Киләсәктә заманса итеп ҙур спорт майҙансығы булдырырға ине”, - тип ниәттәрен дә әйтеп алды әңгәмәселәрем. Шуға һарғайҙарҙың спортта әүҙем булыуҙары ла ғәжәп түгел. Үткән аҙнала ғына Маҡарға мини-футбол буйынса ярышҡа барып ҡайтҡандар, унан алда волейбол уйыны ла бик сәмле үткән. Спортта ғына түгел, үҙҙәрендә клуб булмаһа ла, йыр-моңға дәртле халыҡ йәшәй бында. Әсәйҙәр көнө уңайынан Маҡарға барып концерт күрһәткәндәр.

Спорт, физкультура тән сәләмәтлеге өсөн мөһим булһа, дин күңел таҙалығы өсөн кәрәк. Бер нисә йыл элек халыҡ тырышлығы менән иман йорто һалынған. Ул хәҙер ауылдың ҡотон-бәрәкәтен арттырып тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра.

- Иманлы булып, матур итеп йәшәргә ынтылырға кәрәк. Әҙәп кешенең ғүмерен оҙонайта. Ауылыбыҙҙа халыҡ йома намаҙҙарына йөрөй, ғәйет байрамдары үтә, сабыйҙарына исем ҡуштырырға ла киләләр. Пандемия ваҡытында ғына мәсеткә йөрөүселәр һүлпәнәйҙе. Ләкин был беҙҙең сәләмәтлекте һаҡлау өсөн кәрәк ине, - тине мәсеттең имам-хатибы Венер хәҙрәт.

Мәсет эргәһенә генә балалар майҙансығы ла эшләнгән. Уның тап ошонда ҡоролоуы ла юҡҡа түгел – балалар бәләкәйҙән аҙан тауышын ишетеп үҫһен тигән теләктә
башҡарылған. Һарғай ҙур ауыл түгел. Бында яҡынса 70 йорт иҫәпләнә, 100- ҙән ашыу кеше йәшәй. Ҡасандыр һүнеп барған ауылдың күҙгә күренеп үҙгәреүен, уға йән инеүен һарғайҙар Фәрүр Вәлитовтың ауылға ҡайтыуы менән бәйләй.

- Һарғайҙы перспективаһыҙ ауыл, бер ҡасан да бында ҡайтмаҫмын тип сығып киткәйнем. Иң беренсе булып Фәрүр Вәлитов ҡайтып, ауылды күтәреүгә ҙур көс һалды.
Унан уңдыҡ тип әйтә алабыҙ. Ысынлап та, йыш ҡына башҡа ауыл халҡынан “Һарғайҙарҙың Фәрүрҙәре бар бит!” тиеүҙәре юҡҡа түгел. Сит ауылға барғанда урам тирәһендә сүп үләндәре үҫеп йәмһеҙләп ултырған ерҙе күрһәм: “Һеҙҙең Фәрүрегеҙ юҡмы әллә?” тип һорап ҡуям. Ауылда тәртиптең көслө булыуында, халыҡтың берҙәмлегендә Фәрүр Вәлитовтың әһәмиәте ҙур, - тип һөйләне бер нисә йыл элек ауылда төпләнеүсе Әнисә Хөсәйенова.

Һуңғы йылдарҙы алып ҡарағанда ғына ла Һарғайҙа ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ. Интернет үткән, урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса быйыл урамға асфальт юл һалынған. Күҙгә күренеп күркәм йорттар ҡалҡыуы, яңы урамдар барлыҡҡа килеүе лә Һарғайҙың өмөтлө киләсәген фаразлай. “Беҙҙең ауылда барыһы ла бар. Газ һәм клуб ҡына юҡ. Зәңгәр яғыулыҡ уңайлыҡтары булғанда, йәштәр күберәк ҡайтырҙар ине”, - тигән теләктәрен белдерҙе һарғайҙар.

Халыҡ үҙе быраулап һыуын хәстәрләгән. Һәр йортта йылы һыу, душ, башҡа уңайлыҡтар булдырылған. Эшһеҙ кешене күрмәҫһең. Күп балалы йәш ғаиләләр булыуы бигерәк тә шатлыҡлы. Мәҫәлән, Гөлиә менән Таһир Усмановтар бына тигән өс малай үҫтерәләр, күпләп малтыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар.

- Үҙем ошо ауылда тыуып-үҫтем. Ситтә лә эшләргә тура килде. Ләкин иң яҡшыһы Һарғайҙа икәнлеген тиҙ аңланым. Күпләп һыйыр, йылҡы малы аҫрайбыҙ. Умарталар алып, был эштең нескәлектәрен дә өйрәнә башланым. Быйыл беренсе тапҡыр үҙебеҙҙең балды тәмләнек, - тип һөйләне Таһир Хәйҙәр улы.

Һәр уңыштың нигеҙендә хеҙмәт ята. Ҙур матур йорт, ихаталағы трактор, йөк һәм еңел машиналар - былар барыһы ла хужаларҙың егәрлелек билдәһе.

Балалары ла уңыштары менән шатландыра. Һәр береһенең үҙенең һәләте. Өлкәне Вилнур техника яғына оҫта, аттар ҡарағанда ла атаһының уң ҡулы, уртансылары Айнур спортты үҙ иткән, кеселәре Тимур ҡурайҙа шәп уйнай. Әйткәндәй, Таһир Хәйҙәр улы үҙе лә оҫта йырсы һәм гармунсы.

Зөбәржәт һәм Әйүп Ибәтуллиндар умарта оҫталары булып сыҡты. Улар Һарғайға хаҡлы ялға сыҡҡас ҡайтып төпләнгән.

- Умартасылыҡ – бала саҡтан һеңгән шөғөл. Элек атайым да умартасы булды. Миңә ҡарап хәҙер улыбыҙ ҙа ҡортсолоҡ менән ҡыҙыҡһына. Уның да ауылға ҡайтып йорт һалыу дәрте бар. Умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн беҙҙә шарттар уңайлы. Йүкәлек күп. Үҙебеҙҙән артҡанын баҙарҙа һатып торған юҡ, таныштар алып бөтә, етмәй ҙә ҡала әле ул, - тип һөйләне Әйүп Мөхәмәт улы.

Ҡайһы йортҡа инһәгеҙ ҙә, донъялары ҡарап торорлоҡ, тиеүҙәре дөрөҫ булып сыҡты.

Мәҡәләнең дауамын гәзиттең 101-се һанында уҡығыҙ.

Автор фотолары

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас