

Фатирҙы ҡабул иткәндә буласаҡ фатир хужаһы менән бергә, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов, Ишембай район-ара прокуроры Степан Чистяков, муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Салауат Хәйретдинов та ҡатнашты.
2021 йылда Ишембайҙа ошо категорияға ҡараған граждандарға икенсел торлаҡ фондынан 20 фатир һатып алынған.
- Һәр фатирҙы бер нисә тапҡыр ҡарап, тикшереп сыҡтыҡ. Ремонтлаусыларға талаптар ҙур: фатирҙа яңы обойҙар, түшәмдәр, пластик тәҙрәләр һәм линолеумдар булырға тейеш. Буласаҡ фатир хужаһынан ремонт буйынса асыҡланған бер аҙ иҫкәрмәләр ҙә булды. Улар тиҙ арала төҙәтеләсәк, - ти Азат Альберт улы.
Әйтергә кәрәк, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға тапшырылған фатирҙарҙы финанслау федераль һәм республика бюджеты иҫәбенән ғәмәлгә ашырыла. Уның хаҡы һәр муниципалитетҡа ҡарап билдәләнә. Киләһе йыл фатирҙың квадрат метры хаҡының күпкә үҫеүе күҙаллана, бының менән финанслау суммаһы ла арта. Быйыл финанслауға 23 миллион һум бүленһә, киләһе йыл 35-40 миллион һум күҙаллана. Мәҫәлән, Ишембай муниципалитетына ҡараған фатирҙарҙың квадрат метры 38 мең һум тәшкил итә. 2019 йылда Стахановсылар урамы, 56 А адресы буйынса урынлашҡан яңы йорттан етем балаларға фатирҙар бүленгән. Һуңғы ике йылда яңы төҙөлгән йорттар юҡ. Шуға күрә фатирҙар икенсел торлаҡ фондынан бирелә.
- Ҡануниәткә ярашлы, торлаҡ йәшәү өсөн ҡулайлы булырға тейеш. Етемдәргә бирелгән 20 фатирҙың һәр береһен ҡарап, тикшереп сығасаҡбыҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, бер бүлмәле фатирҙар тулыһынса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған, унда кәрәкле сантехника, кухня плитаһы, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, косметик ремонт яһалған, - ти Степан Чистяков.
Ысынлап та, Александра үҙ фатиры булыуы менән бәхетлелер. Йәшәгән урының ҡотло булһын, имен йәшәргә яҙһын!
Автор фотоһы.