

Бәй, хәҙер барыһы ла яҙа, тапҡанһығыҙ яңылыҡ, тимәй тороғоҙ. Сөнки хаттың йөкмәткеһе ҡыҙыҡ: Нурислам Ҡыш бабайҙан айфон да, планшет та, компьютер ҙа һорамаған. Ул совхоздың элекке тимер бинаһын емертмәүҙе һораған. 3-сө класта уҡыған 10 йәшлек малай яҙғас, аңлашыла инде. Малай - шалайға унда ҡасыш, атыш уйнарға уңайлы.
Шулай ҙа хатты алғас, уйға ҡалдыҡ. Ололарҙың ниндәйҙер мәкерле ниәте юҡ микән Нурислам улыбыҙҙың ошо хаты артында?
Башта тыуған шик - шөбһәләрҙе таратыу өсөн, беҙ Скворчиха ауыл советы рәйесе Сәлимә Герасименко менән бәйләнешкә индек.
- Совхоздың элекке производство бинаһы инде ул. Ундай биналар тағы бар. Хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй, етемһерәп ултыралар. Хәйер, бер кемгә лә кәрәкмәй тиһәм дә, хужалыҡ һәм шәхси эшҡыуар менән һатыу - алыу килешеүе төҙөлә тороп та, уға ҡул һонорға торған йылғыр әҙәмдәр бар. Тимер - томорон ҡутарып алып, металлоломға тапшырырға тырышалар. Аҙмы-күпме, тимерен тапшырғанда, һәр береһенән кәмендә берәр миллион аҡса эшләргә мөмкин. Ҡутара ла башлағайнылар инде, ауыл халҡы менән берҙәм күтәрелеп сығып, саҡ һаҡлап алып ҡалдыҡ.
Киләсәктә ул бинанан бер нәмә лә эшләп булмаясаҡ. Ләкин юридик нескәлектәрен өйрәнмәй тороп, был мәсьәләне тота һалып ҡына хәл итергә ярамай. Беҙ был проблема тураһында район хакимиәтенә лә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ла хәбәр иттек. Улар беҙгә ярҙам итергә вәғәҙә бирҙеләр.
Ә Нурисламға килгәндә, ул молодец! Ауылыбыҙ киләсәге өсөн янып йөрөгән ағайҙарының, атаһының борсолоуҙарын күңеле менән тойоп, үҙенсә ярҙам итергә уйлаған инде, - тип яуап бирҙе Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы.
Ҡыш бабай ярҙам итер, тип уйлайбыҙ беҙ Нурисламға. Сөнки малайҙың теләге изге бит - ауылының киләсәген хәстәрләй.
Сығанаҡ: https://vk.com/wall-160399505_20013