

Япондар бик тырыш, уңған халыҡ булһа ла, көндөҙ йоҡлап алырға һәр саҡ әмәлен таба. Улар йәмәғәт, эш урыны тип тормай, ята ла йоҡлай йә ултырған килеш серем итә. Был ғәҙәт – уларҙың милли традицияһы.
Уларҙан Италия, Греция, Испания халыҡтары ла ҡалышмай, көндөҙгө ял дәүләт кимәлендә нығытылған. Хәҙер Американың эре компаниялары хеҙмәткәрҙәре өсөн ял бүлмәләре әҙерләй. Көндөҙгө йоҡо кешегә шул тиклем мөһимме икән?
Ғалимдар әйтеүенсә, көндөҙгө ҡыҫҡа ғына йоҡо организмды көсөргәнештән арындыра, мотор реакцияһын яҡшырта, кәйефте күтәрә, мәғлүмәт үҙләштереүҙе нығыта, эшкә һәләтлекте арттыра. Әммә ҡайһы бер ҡағиҙәләрҙе үтәмәгәндә яҡшы кәйеф урынына арығанлыҡ ҡына тойоуың бар. Бер сәғәттән дә артыҡ йоҡларға ярамай. Көндөҙгө йоҡо өсөн иң уңайлы ваҡыт – 12-15 сәғәт араһы. Көстәрҙе тергеҙеү өсөн 15-20 минут та етә. Хатта ултырған килеш серем итеү ҙә организм өсөн файҙалы, тиҙәр. Аҙаҡ бер аҙ хәрәкәтләнергә кәрәк. Эшләргә илһамығыҙ уяныр, башығыҙ нығыраҡ эшләр, бығаса ҡул теймәгән мәшәҡәттәрегеҙҙе лә йәһәт кенә башҡарып ҡуйырһығыҙ.
Фото: ”Российская газета”.