

Конкурста ҡала биләмәләре араһында “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” номинацияһында ҡалабыҙҙың Ғәйфуллин урамындағы 15Б йорто - беренсе урын, ә “Иң яҡшы йорт алды биләмәһе” номинацияһында Чкалов урамындағы 14-се йорт өсөнсө урын яуланы.
Бәйгелә республиканың 46 ҡала һәм районы ҡатнашты. Беренсе урын өсөн аҡсалата премия - бер миллион һум, өсөнсө урын өсөн 500 мең һум тәшкил итә.
Был аҡсаларҙы йорт милекселәре йортто һәм йорт алды биләмәһен төҙөкләнлереүгә йүнәлтә ала.
Тулыраҡ мәғлүмәт https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?EL..%F1%E0%E9%F2%FB%ED%E4%E0 сайтында.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан