

Оҫталыҡ дәрестәрен визит-үҙәк администраторҙары Марина Марченко менән Азалия Фәтҡуллина үткәрә. Бынан тыш, сара барышында балалар геопарктың уникаль тәбиғәт объекттары, шихандарҙың тарихы тураһында ла мәғлүмәт ала. Оҫталыҡ дәрестәренең һөҙөмтәһе – сағыу шарҙар - Торатау итәгендәге яңы йыл шыршыһын биҙәйәсәк.