

Шартлап, ярылып, ярҙарына һыймайынса боҙҙар, сылтырап ҡар һыуҙары аҡҡан ваҡытта тыуғанға күрә лә, һинең ғүмер юлың, берсә тыныс ҡына, берсә ярһып күк күкрәтеп үткәндер. Һыуығына ла, аслығына түҙергә тура килгәндер. “Атайыма рәхмәт инде, беҙҙе ас та, яланғас та итмәне”, тип йөҙҙәреңде уйсанландырып, күҙҙәреңде түбән төбәп, ғүмер юлын барлайһың да тере тарихҡа әүереләһең.
… Ана бит, бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып һалабаш һыҙырған ерҙә, йыйнаҡлығы, эшкә етеҙлеге менән айырылып торған ҡыҙ, килешле итеп ябынған яулығын, башынан сисеп алды ла, тирләп киткән йөҙөн һөртөп, уйҙарға бирелде. Ҡояштың йылылығына, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, алдағы тормошона яҡты өмөт, оло бәхеттәр юраны.
... Тормош иптәшең Сәйфулланы әрме хеҙмәтенә оҙатҡас, өс йыл бер-берегеҙгә терәк булып, уның инәһе Рауза менән сабыр ғына көтөп алғанһығыҙ. Шулай ғүмер йомғағы
әкрен генә һүтелә торған, бер-бер артлы дүрт ул, дүрт ҡыҙға ғүмер биргәнһегеҙ. Бөгөн Фатима, Рәшит, Наил үҙ донъяларын көтөп, һәүетемсә генә йәшәп ята. Ә инде ожмах ҡоштары Ғәйфулла, Рафаэль, Зөләйфә, Зилә, Зәлиә «әсәкәйем, һинең өсөн шатбыҙ» тип, таң йондоҙҙары булып балҡып күҙҙәрен ҡыҫалар.
Ғүмер юлың бай тарихлы булды. Әсе, һыуыҡ елдәре ауыр һынауҙар аша үткәрһә, йылы ямғыры сәстәреңдән иркәләп, күҙ йәштәреңде йыуғандыр. Ә хәҙер инде оҙон ғүмер юлы үтеп, донъяның ауырлыҡтарын еңеп, тормоштоң рәхәтлектәрен дә күреп, кинәнеп йәшәгән, оло йөрәкле ағинәйһең. Балаларыңдың уңыштарына ҡыуанып, һәр бер атҡан таңға һоҡланып, байыған ҡояшҡа шатланып, бәхетле ҡартлыҡ кисереп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.