

Йәмәғәт урынында
Йәмәғәт урынында китеп барғанда ҡапыл туҡталырға булһа, ситкәрәк сығырға тырышығыҙ. Алға тиҙ генә үтеү кәрәк булғанда ла кешеләрҙе төрткөләп юл ярыу яҡшы түгел. Яңылыш берәйһенең аяғына баҫһағыҙ йәки бәрелһәгеҙ ғәфү үтенергә онотмағыҙ. Ҡулығыҙҙағы сумҡа, портфель йәки музыка ҡоралы менән башҡаларға һуғылмау, төртөлмәү тураһында ла алдан хәстәрләгеҙ. Урам буйлап атлағанда ир кеше ғәҙәттә ҡатындың һул яғынан атлай.
Сүпте ҡайҙа етте шунда ташларға түгел, яҡындағы урнаға һалыуҙы ғәҙәткә индерегеҙ. Кеше алдында оҙаҡ итеп ҡосаҡлашыу, үбешеү ҙә килешеп етмәй. Хәбәрегеҙҙе һөйләгәндә ҡулдарығыҙҙы бутау, тырнанып алыу, бармаҡтарығыҙҙы шартлатыу ғәҙәтенән дә йыраҡ булығыҙ.
Кешегә йәки башҡа предметтарға бармаҡ менән төртөп күрһәтмәгеҙ. Йәмәғәт урынында йөрөгәндә балаларығыҙ башҡаларға ҡамасауламаһын өсөн уларҙы һәр ваҡыт иғтибарҙа тотоғоҙ.
Дөйөм тәғәйенләнештәге урындарҙа
Ишек аша үткәндә ир кеше ҡатын-ҡыҙҙы, кеселәр – ололарҙы, ябай хеҙмәткәр – етәксеһен алға үткәрә. Әгәр йәштәре буйынса ла, статустары буйынса бер төрлө булһалар – ул саҡта ишеккә яҡыныраҡ беренсе булып үтә. Артығыҙҙан кемдер килеүен күрһәгеҙ, ишекте тотоп тороу яҡшы тон билдәһе.
Баҫҡыс буйлап төшөп барғанда, беренсе булып ир-егеттең, унан һуң ҡатын-ҡыҙҙың атлауы мөһим. Таныш булмаған урында баҫҡыс буйлап менгән саҡта тәүге булып көслө зат күтәрелергә тейеш.
Лифтта саҡта төймәләргә иң яҡын урынлашҡан кеше башҡаларҙың нисәнсе ҡатҡа күтәрелеүен һорап, төймәгә баҫырға тейеш.
Ниндәйҙер бүлмәгә килеп ингәндә, кергән кеше ундағылар менән һаулыҡ һорашырға бурыслы. Бинала саҡта ҡатын-ҡыҙға эшләпә менән бирсәткәһен һалмаһа ла мөмкин, ләкин башлыҡ менн менән бейәләйҙә йөрөү дөрөҫ түгел.
Фото: https://pixabay.com/ru