Йәмғиәт
13 Декабря 2021, 07:00

Бергәләшеп хәл итәйек

Беҙ, Смаҡай ауылы халҡы, ағымдағы йылда урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашабыҙ. Хыялдар тормошҡа ашырға тейеш, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Әлләҡасандан бирле халыҡҡа ял итер өсөн төҙөкләндерелгән сквер булдырырға тигән маҡсатыбыҙ бар.

Бергәләшеп хәл итәйекБергәләшеп хәл итәйек
Бергәләшеп хәл итәйек

Әйтергә кәрәк, ауылда мәҙәниәт йорто, социаль үҙәк булмаһа ла смаҡайҙар һәр саҡ төрлө конкурстарҙа, спорт сараларында әүҙем ҡатнашып, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә.

Бөгөн ауылдаштар заманса спорт һәм балалар майҙансығы, скандинав йөрөүе өсөн асфальт юл, сығыш яһау трибуналары, сәхнә төҙөү теләге менән янып йәшәй. Смаҡайҙа йәшәүсе төрлө халыҡтарҙың милли йолаларын һаҡлау, шуның менән бергә ғаилә ҡиммәттәрен, сәләмәт тормошто, йәштәргә рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙе, илһөйәрлекте пропагандалау – бурыстарҙың иң мөһиме. Әлеге мәлдә урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Смаҡай ауылының урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашыуы өсөн ҡултамғалар йыя.

Муниципаль бюджеттан аҡса бүленеүе, урындағы халыҡтан аҡса йыйыу - был проекттың төп шарты булып тора. Конкурстан үткән осраҡта республиканан да аҡса йүнәлтеләсәк.

Смаҡайҙарға 20 декабргә тиклем 250 ҡултамға йыйырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта был сара фотоларҙа теркәлә барырға тейеш. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле яҡташтар, бар көсөбөҙҙө ошо эшкә егәйек – ожмахтай туған еребеҙҙә күркәм һәм төҙөк мөйөш барлыҡҡа килһен!

Автор:Фәүзиә НАСЫРОВА, Смаҡай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.
Читайте нас