Йәмғиәт
9 Декабрь 2021, 12:00

Пациенттарҙы вакцинациялау дауам итә

Прививка эшләтеү Пролетар урамы, 28-се йорт адресы буйынса урынлашҡан пунктта алдан яҙылыу буйынса башҡарыла.

Пациенттарҙы вакцинациялау дауам итәПациенттарҙы вакцинациялау дауам итә
Пациенттарҙы вакцинациялау дауам итә

Вакцинациялауға рөхсәт алыу өсөн 6-сы бүләмәгә мөрәжәғәт итергә. Документтар 4-се бүлмәлә тултырыла. Ә прививканы иртәнге 9-сы ярытанан киске 6-ға тиклем 3-сө бүлмәлә эшләйҙәр.
Алдан яҙылмайынса "Ишимбай” сауҙа үҙәгенең артында һары төҫтәге бинала ла вакцинация үтеп була. Унда сират буйынса иртәнге 9-ҙан төшкө 1-гә тиклем ҡабул итәләр.
Әйтергә кәрәк, “Спутник Лайт” вакцинаһы тик 65 йәштән өлкәндәргә, ревакцинация үтеүселәргә һәм һуңғы алты ай эсендә Covid-19 менән сирләүселәргә (рәсми диагноз булған осраҡта) яһала.

 

Автор фотоһы

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас