Йәмғиәт
8 Декабрь 2021, 14:37

Хакимиәт башлығы һайланды

Бөгөн Ишембай районы муниципаль районы Советының 21 -се киңәйтелгән ултырышы булып үтте.

Хакимиәт башлығы һайландыХакимиәт башлығы һайланды
Хакимиәт башлығы һайланды

Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры Азамат Абдрахманов һәм башҡа рәсми ҡунаҡтар ҡатнашты. Бөгөнгө ултырышта Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығын тәғәйенләү тураһында һорау ҡаралды.

Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуға конкурс уҙғарыу буйынса конкурс комиссияһы Совет ҡарамағына өс кандидатура тәҡдим итһә, депутаттар берҙәм тауыш менән Азат Альберт улы Ишемғоловты һайланы.

 

Автор фотолары

Хакимиәт башлығы һайланды
Хакимиәт башлығы һайланды
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас