Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь 2021, 15:00

Һаулығыңа битараф булма

Инсульт, инфаркт, остеохондроз менән сирле пациенттарҙы табип-невролог дауалай. Был ауырыуҙар эҙһеҙ үтмәй. Шуға ла буласаҡ проблеманы ваҡытында асыҡлау өсөн һаулығыңа ныҡлы иғтибар бирергә кәрәк, ти Ишембай үҙәк район дауахананың табип-неврологы Илдар Хужин. Уның менән әңгәмә нәҡ ошо ауырыуҙар тураһында.

Һаулығыңа битараф булма
Һаулығыңа битараф булма

- Илдар Урал улы, ни өсөн нәҡ табип һөнәрен һайланығыҙ?

- Бәләкәйҙән табип булырға хыяллана инем. Кешеләрҙе дауалағым, файҙалы булаһым килде. Үҙемде башҡа өлкәлә күҙ алдына ла килтермәйем. Шуға ла
мин Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инеп, уны уңышлы
тамамлағандан һуң, 2010 йылда Малаяҙ үҙәк дауаханаһында хеҙмәт юлымды башланым. “Янғантау” шифаханаһында ла
эшләргә тура килде. Былтыр Ишембай үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайттым. Инде ун бер йыл пациенттар һаулығы һағында торам. Әйткәндәй, минең бер туған һеңлем дә
табип булып эшләй.

- Район дауаханаһының неврология бүлексәһе нисә урынға тәғәйенләнгән?

- Бүлексәлә үҙ эшен яратҡан персонал эшләй. Утыҙ койка-урын бер ҡасан да буш тормай. Ауырыуҙарҙың ниндәйе генә юҡ. Кемделер ашығыс ярҙам менән килтерһәләр, икенселәр табиптар тәғәйенләгән йүнәлеш ҡағыҙы буйынса дауалана. Бүлексәлә инсульт, ишемик һәм геморрагик инсульт кисереп реабилитация үтеүселәр, баш ауыртыуынан яфаланыусылар, энцефалопатия, баш мейеһендәге хроник ишемия, арҡа, муйын, түш остеохондрозы, невралгия һәм башҡа сирҙәр менән дауаланыу үтәләр.

- Пациенттарға ниндәй кәңәштәрегеҙ бар?

- Әйтергә кәрәк, инсульттан күптәр ҡурҡа, сөнки уны алдан күҙаллап булмай. Сирҙең тиҙ арала эҙһеҙ үтеп китеүе лә ихтимал, шулай уҡ кешене тотош йәки өлөшләтә фалиж һуғыуы мөмкин. Шуға йыл да медицина күҙәтеүен үтегеҙ. Файҙалы, төрлөләнгән аҙыҡ-түлек ашағыҙ, алама ғәҙәттәрҙән баш тартығыҙ. Саф һауала булығыҙ. Үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығын һаҡлағыҙ. Форсат менән файҙаланып, барлыҡ неврологтарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: