Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2021, 18:00

ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠАРҒЫШЫНАН ҠУРҠАМ

Ял көндәрендә телевизорҙан ҡотлауҙар тапшырыуын ҡараған һайын үҙемде үҙем тыя алмай түгелеп илайым. Бәхетле кешеләр әсәйҙәрен тыуған көндәре менән тәбрикләй, ҡыуаныстары менән уртаҡлаша, йыр бүләк итә. Ә мин әсәйемә бер ваҡытта ла ундай изге һүҙҙәремде әйтә алмаясаҡмын.

ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠАРҒЫШЫНАН ҠУРҠАМ
ӘСӘЙЕМДЕҢ ҠАРҒЫШЫНАН ҠУРҠАМ
Ғаиләлә биш бала үҫтек. Үҙемде белгәне бирле әсәйемдән “сәсрәгерҙәр”, “суҡынғырҙар”, “эт балаһы”, иблис” кеүек әрләү һүҙҙәрен ишеттек. Ни эшләптер әсәйем бер нәмәгә лә риза түгел ине. Бөгөнгө күҙлектән ҡарайым да, уға зарланыу өсөн бер сәбәп тә булмаған кеүек. Ҡышын өйҙә торһа, йәйен сөгөлдөр баҫыуында эшләне, атайым – совхозда тракторсы, аҡсаны һәйбәт алды. Эшсән, алтын ҡуллы ине. Ҙур, ҡупшы итеп һалынған өйөбөҙ ауылдың бер йәме булды.
Атайым да үҙ ғүмерендә әсәйемдән бер йылы һүҙ ишеттеме икән?! Юҡтыр! Бөгөнгө аҡылым менән уйлайым да, атайым алтын кеше булған икән, тим. Эсеп, аҙып-туҙып йөрөмәне. Әсәйем уны аҙым һайын ҡарғаны, кәмһетте. Тракторсы булғас, кеше эше менән күп йөрөнө. Бер ваҡыт хатта, урманыңдан арҡаңа һалып алып ҡайтһындар, тип әрләп ҡалғаны ла хәтерҙә. Шунан күп тә үтмәне атайымды урманда ағас баҫты. Бахыр дауаханала аңына килә алмай үлде.
Мәктәптә яҡшы өлгәштек, тик әсәйемә беҙҙең уҡыу бар ни, юҡ ни. Китап, гәзит уҡыуҙы ялҡау кешенең эше тип ҡабул итте. Хәтеремдә – китапхананан Зәйнәб Биишеваның повесын алып ҡайттым да йәшереп кенә уҡыйым. Бер ваҡыт әсәйем күреп ҡалып, китабымды ҡулымдан тартып алды ла дөрләп янған мейескә ырғытты. Унан:
– Йәлсемәгер, тағы шул китабыңа ҡаҙалап ултырғаныңды күрһәм, үлтерәм! Ошо иҙәнде мин йыуыр тип уйлайһыңмы? – тип иҙән йыуғысы менән битемә һуғып-һуғып, сәсемдән һөйрәтеп йөрөтөп туҡманы.
Тыуған өйҙән ситкә китер көнөмдө түҙемһеҙләнеп көтә инем. Ҡалаға киткәс тә, әсәйем тынғы бирмәне. Ул ваҡытта телефон булмағас, ауылға ҡайтып, йә бәрәңге алырға, йә өй йыуырға саҡырып, әрләй-әрләй хат яҙыр, яҙа. Хужалыҡтағы бөтә эште һыпырып йөрөп башҡарһаҡ та, әсәйгә барыбер ярап булманы. Үҙебеҙҙе әрләү етмәгән, урам буйына сығып, кешеләргә һөйләп, ҡарғап та йөрөнө.
Туғандарымдың бер-бер артлы донъянан китеүе лә әсәйемдең холҡон үҙгәртмәне. Тәүҙә иң өлкән ағайыбыҙ армияла һәләк булды. Ҡайтырына бер ай ғына ҡалғайны. Унан һеңлем ауырый башланы. Алып бармаған табип, өшкөрөүсе, күрәҙәсе ҡалманы – береһенең дә файҙаһы теймәне. Шулай итеп, утыҙ йәшлек кенә һеңлемде ер ҡуйынына һалдыҡ. Апайым менән еҙнәм матур ғына йәшәп яталар ине. Үҙ көстәре менән фатир һатып алдылар. Үкенескә ҡаршы, бәхеттәре оҙаҡҡа барманы – юл фажиғәһендә һәләк булдылар. Мәктәп йәшендәге ике балаһы етем ҡалды. Күптән түгел икенсе ағайымдың йорто янып, ғаиләһе менән урамда тороп ҡалды. Ошоларҙың барыһын уйлайым да, эсем боша, йөрәгем ауырта. Әллә әсәйемдең беҙҙе тиктомалға әрләүе, ҡарғышы төштөмө икән? Кеше ҡарғышы ергә төшмәй, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер бит!
Хәҙер үҙем дә өс бала әсәһе. Һеңлемдекен дә тәрбиәгә алдыҡ, ярай әле иптәшем һәйбәт. Үҙемде әсәйем урынына ҡуйып ҡарайым да, ҡотом оса. Нисек инде туғыҙ ай буйы йөрәк төбөндә йөрөтөп тапҡан балаңды шундай әшәке һүҙҙәр менән әрләмәк кәрәк? Балаҡайҙарыма көн һайын Хоҙайҙан иҫәнлек-һаулыҡ һорайым. Әсәйемдең ҡарғышы, дошманыңа теләмәҫлек һүҙҙәре хәҙер миңә генә төшмәһә ярар ине, тип Хоҙайға ялбарам.
 
 
 
Гөлфиә НӘЗИРОВА.
 
 
Автор:
Читайте нас: