Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 18:00

Остеохондроздан копресс

Баш әйләнеү, ауыртыу, күреү һәләте хөртәйеү, арыу, ҡолаҡ шаулау, ҡан әйләнеше насарайыу – былар барыһы ла остеохондроз эҙемтәләре булыуы ихтимал. Муйын һәм умыртҡа һөйәгенә компресс эшләү бындай ауырыуҙарҙы юҡ итергә ярҙам итер.

Остеохондроздан копресс
Остеохондроздан копресс

Компресс өсөн сей бәрәңге, бал, пихта майы кәрәк була.
Бәрәңгене ваҡ ҡырғыс аша үткәрергә һәм бал менән бутарға. Бәрәңге күпме, балды ла шул күләмдә ҡушырға. Шунан әҙер массаны муйынға һәм яурынға һылайбыҙ, өҫтөн полиэтилен менән ҡаплап, шарф йәки йылы әйбер менән урарға кәрәк.
2 сәғәттән һуң компресты алабыҙ, урынын салфетка менән һыпырып, таҙа тирегә пихта майы һөртәбеҙ.
Был алымды 10 көн дауам итергә кәрәк. Компресс ауыртыныуҙарҙы баҫа, муйын тәңгәлендәге умыртҡа һөйәгенә тоҙ ултырыуҙан арындыра, тирене яҡшырта.

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: