Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 23:15

Көслө рухлылар көнө

3 декабрь Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Был дата - беҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәүе, уларға ярҙам, булышлыҡ итеү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү ул.

Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө

Ныҡышмаллыҡ, түҙемлек һәм батырлыҡ талап иткән ҡаты һынауҙарға дусар булған, яҙмыш ҡушыуы буйынса ауыр социаль хәлдә ҡалған ауылдаштарға хөрмәт күрһәтеп, Түбәнге Әрмет мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре бөгөн уларҙың хәлдәрен белеп, күстәнәстәр таратты.
Әлбиттә, ауылда улар күп. Шулар араһынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрафиҡов Рәшит Хәким улы, 22 йыл ғүмерен почта бүлексәһендә хеҙмәт иткән Сәйфуллина Фәүзиә, һәр мәҙәни сарабыҙҙы гармун, баян, аккардион моңдарына күмгән Самигуллин Шамил, оҙаҡ йылдар баш бухгалтер булып эшләгән Гидиятуллина Минегөл.

Ихтирам, изгелек һәм йөрәк йылыһы донъяны яҡшыраҡ итергә һәләтле булыуын иҫтә тотоу мөһим. 

 

Фото: https://vk.com/club140866543

Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө
Көслө рухлылар көнө
Автор:Түбәнге Әрмет ауыл мәҙәниәт йорто.
Читайте нас: