Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2021, 11:00

Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә

3 декабрь - Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә

Ҡала мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнеү уңайынан ҙур сара ойошторолдо. Был дата байрам ғына түгел, ә беҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр йәшәүе, уларҙы ҡайғыртыу һәм хәстәрләү кәрәклеге тураһында иҫкәртеү ҙә булып тора.

Сараға тиклем фойела муниципаль район хакимиәте, төрлө социаль хеҙмәттәр белгестәре ауыр тормош шарттарында ҡалыусыларҙы һәм башҡа ярҙамға мохтаждарҙы борсоған һорауҙары буйынса ҡабул итеп, тейешле консультация бирҙе. Был көндә балаларға «Инсайт» психологик-медик-социаль ярҙам күрһәтеү һәм «Ғаилә» көньяҡ район-ара үҙәктәре, Ишембай ҡалаһы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ойошторған төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә, уйындарҙа үҙ һәләтен күрһәтеү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырылды. «Бәхетле балалар» хәйриә фонды директоры Ирина Фәйзуллина, ярҙам итеү теләген белдереп, күп ата-әсәләр менән әңгәмә ҡорҙо. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ололар ҙа шахмат, шашка турнирҙарында, дартс уйынында ихлас ҡатнашты.

- Инвалидлыҡта дүрт йыл булған улым Альбертҡа ете йәш тулды. Беҙ уның менән бындай сараларға йыш йөрөргә тырышабыҙ. Сәләмәтлеге сикләнгән балалар өсөн ойошторолған ижади кисәләрҙә ул үҙе һымаҡтар менән яҡындан таныша, аралаша. Ә был – йәмғиәттә социалләшеү, яраҡлашыу тигән һүҙ, - тип ихлас уртаҡлашты Динә Ғәйнуллина. – Беҙҙең балалар өйҙә генә бикле ултырмай, шуға ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Кескәйҙәребеҙ ныҡ шат бөгөн! Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә бағышланған сараның тантаналы өлөшө – байрам концертын ҡарау өсөн ҡунаҡтар Мәҙәниәт һарайы залына саҡырылды.

- Йыш ҡына шундай күренеш күҙгә ташлана: сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгәндәр, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, ябай кешеләргә ҡарағанда көслөрәк һәм түҙемлерәк булып сыға. Шул уҡ ваҡытта улар ихлас күңелдән ҡыуана ла, йылмая ла белә. Ҡараштарында киләсәккә ышаныс, өмөт бар, - тип асып ебәрҙе сараны муниципаль район Советы рәйесе Галина Баканова. – Республикабыҙҙа, шул иҫәптән районыбыҙҙа инвалидтар төрлө һөнәр, спорт, ижад өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшә. Улар сәләмәт һәм әүҙем тормош алып бара. Ә беҙҙең бурыс – һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә һәм уларҙы бағыусыларға ярҙам күрһәтеү, йәшәйештә улар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр һәм социаль шарттар тыуҙырыу. Ошондай мохтаждарға булған мөнәсәбәт – ул йәмғиәттең өлгөргәнлек күрһәткесе, мәҙәни кимәле.

Был байрам башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда үҙенсәлекле үтте – унда инвалид балалар сәхнәлә тороп үҙҙәре сығыш яһаны. Мәҫәлән, ҡалабыҙҙың 7-се коррекция мәктәбе үҫмерҙәре тамашасылар өсөн «Джентльмендар» бейеүен башҡарҙы. Ошо уҡ мәктәптең «Ысыҡҡай» вокаль ансамбле «Әсәйем, һәр саҡ янымда бул» йыры менән залда ултырыусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡотланы.

- Ойошмабыҙҙа сәләмәтлек мөмкинлеге сикләнгән балалар менән генә түгел, ә уларҙың әсәләре менән дә әүҙем эшләйбеҙ. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәгән, йонсоған ҡатынҡыҙҙар өсөн психологик тренингтар, йога күнекмәләре ойошторабыҙ. Әммә беҙҙең балалар үҫә, улар менән бергә ауырлыҡтар ҙа арта, проблемалар ҙа килеп сығып тора. Шулай ҙа ҡыуаныслы яңылыҡтар юҡ түгел – быйыл тәү башлап бер нисә инвалид бала ҡәҙимге мәктәпкә уҡырға барҙы. Беҙ күмәкләп ошоға ирештек! – тине үҙ сығышында «Үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәләре» беренсел ойошмаһының рәйесе Татьяна Надеева. - Мин кешеләргә һәр саҡ: «Беҙҙе йәлләргә кәрәкмәй!» – тип мөрәжәғәт итәм. Бары кешесә аңлау етә! Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл ойошманың бер нисә вәкиле яңынан әсә булыу бәхетен татыны. Был алға табан тағы бер аҙым. Шөкөр, Ишембайҙа, башҡа райондарҙа, ҡалаларҙа һымаҡ, йәмһеҙ күренештәр күҙәтелмәй. Балаларыбыҙ дөйөм уйын майҙансыҡтарында башҡалар менән бергә кинәнеп
уйнай, аралаша. Уларҙы бер кем дә ҡыумай, әрләмәй. Оло йәштәге инвалидтарҙы ла бәйләнешкә инергә саҡырам, һеҙҙең тәжрибәгеҙ беҙгә ныҡ кәрәк. Бөгөн ошо сәхнә түренән беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ кешеләргә, ойошмаларға ҙур рәхмәтемде әйтәм. Артабан да беҙҙең менән бергә булығыҙ! 

...Был көн рухтары менән көслө булған кешеләр көнө. Уларға ҡарап, бер-беребеҙгә ярҙамсыл, мәрхәмәтле, сабыр булырға өйрәнәйек – тап ошо сифаттар донъяға изгелек орлоҡторы тарата.

Автор фотолары.

Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Ауырлыҡтарҙы көслө рухлылар еңә
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: