

"Инсайт" хеҙмәткәрҙәре тәрбиәләнеүселәре менән күркәм байрам ойошторҙо – балалар бейене, йырланы, шиғыр һөйләне һәм төрлө конкурста ҡатнашты.
Шул уҡ ваҡытта үҙәктең фойеһында "Бала саҡ иле" күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда әсәйҙәрҙе балалар үҙҙәре яһаған һүрәттәр, фотолар һәм төрлө ҡул эштәре менән һөйөндөрҙө.
Бер эш тә баһаһыҙ ҡалманы – һәр бала грамота менән бүләкләнде. Еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде!
Сара аҙағында "Инсайт" психологик-педагогик һәм социаль ярҙам үҙәге тәрбиәләнеүселәре хеҙмәткәрҙәргә, белгестәргә бағышлап шиғыр уҡыны.