

Быйыл өҫтәл – торттағы сейә кеүек булырға тейеш. Ашъяулыҡтарҙы алтын һәм аҡ төҫтәгеһен һайлайбыҙ. Һауыт-һаба йәшел һәм ҡыҙыл төҫтә булһа яҡшы. Өҫтәлдә май шәмдәре булһа отошло.
Өҫтәлдә емеш-еләктәрҙән, хөрмә, әфлисун, мандариндар мотлаҡ булһын. Геройыбыҙ – йыртҡыс булғас, итһеҙ бер нисек тә булмай. Өҫтәлдә ни тиклем ит күп булһа, шул тиклем яҡшы. Тауыҡ, һыйыр,ҡуян һәм башҡа төрлө иттәр ҙә ярай. Балыҡлы аҙыҡтар ҙа өҫтәлегеҙҙе биҙәр.
Хәйер, йәшел салаттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырырға кәрәкмәй. Сөнки Арыҫлан йәшел тәмләткестәр ярата.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан