Йәмғиәт
29 Ноябрь 2021, 06:00

Динлеләр ауырлыҡтарға сыҙамлы

Дин кешене һәр ваҡыт әҙәпкә, изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәй. Күңелендә иман булған кеше насарлыҡ эшләмәй. Йәмғиәтебеҙҙең тәрбиәле булыуында динебеҙ ҙә ҙур роль уйнай. Ишембай районының имаммөхтәсибе Илшат хәҙрәт Хафизов менән әңгәмәбеҙ ошо юҫыҡта барҙы.

Динлеләр ауырлыҡтарға сыҙамлыДинлеләр ауырлыҡтарға сыҙамлы
Динлеләр ауырлыҡтарға сыҙамлы

- Илшат хәҙрәт, һеҙ күптәндән диндәһегеҙ. Үҙегеҙ хаҡында, дингә килеү юлығыҙ тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙға һөйләп үтегеҙ әле.

- Сығышым менән Яр-Бишҡаҙаҡ ауылынанмын. Ҡаланың 15-се мәктәбен тамамлағас, 1992-1994 йылдарҙа Октябрьский ҡалаһында “Нуруль-Ислам”
мәҙрәсәһендә белем алдым. Унан һуң ике йыл Ишембай ҡалаһы мәсетендә имам-хатип ярҙамсыһы булып эшләнем, халыҡҡа
дини дәрестәр үткәрҙем, урындағы радио
аша тапшырыуҙар алып барҙым. 1996-2001 йылдарҙа Мысырҙа Әл-Әзһәр университетында уҡып, юғары дини белемгә эйә булдым. Унан ҡайтҡас “Дәғүәт” нәшриәтен
асып, дини китаптар сығарыу, ғәрәпсәнән, төрөксәнән, иҫке төрки теленән башҡортсаға тәржемә менән шөғөлләнә башланыҡ. Шулар араһында Ҡөрьәндең беренсе мәғәнәүи тәржемәһе лә донъя күрҙе. Әйтергә кәрәк, Ҡөрьән тәфсире тура тәржемә булмағас, халыҡҡа күпкә аңлайышлыраҡ. Беҙҙең нәшриәттә дини календарҙар ҙа сығарыла, ғәрәпсә өйрәнергә теләгәндәр өсөн ғәрәп теле әлифбаһы ла донъя күрҙе. “Дәғүәт” нәшриәте хәҙер инде 20 йылға яҡын ошо йүнәлештә эшләп килә.

- Ни өсөн дини юлды һайлауығыҙ тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле?

- Бала саҡта өләсәйем намаҙ уҡый ине. Аҙаҡ әсәйем менән атайым да дингә килде. Улар Хажға ла барып ҡайттылар. Бәләкәйҙән мин дә сүрәләр ятлап үҫтем. Яҡындарымдың кәңәше, өгөтө менән мәҙрәсәгә уҡырға киттем. Хәҙер үҙемдең балаларым да диндә. Бөгөнгө көндә биш балабыҙ мәҙрәсәлә белем ала, ҡалған өсәүһе әле бәләкәстәр.

- Һеҙҙең быға тиклем дә бер осор райондың имам-мөхтәсибе булып эшләүегеҙ билдәле. Шул йылдарҙағы эштәрегеҙгә лә бер аҙ байҡау яһайыҡ әле?

- Был осорҙа райондағы мәсеттәрҙе рәсмиләштереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Уларға имамдар тәғәйенләнде. Ул йылдарҙа күп кенә иман йорттары барлыҡҡа килде. Уҡыу-уҡытыу буйынса ла эш әүҙемләштерелде. Егермеләп шәкертте төрлө мәҙрәсәләргә, дини университеттарға уҡырға ебәрҙек, шул иҫәптән имам-хатиптарҙы уҡытыуға ныҡлы иғтибар йүнәлтелде. Ошо рәүешле мәсеттәрҙә имамдарҙың дини белемен күтәреүгә өлгәштек. Иман йорттарында халыҡ өсөн курстар ойошторолдо. Ябай кешеләргә лә дини белем алыу мөмкинлеге киңәйҙе.

Билдәле булыуынса, бер нисә йыл элек ҡалала “Нурлы” мәсетен төҙөү буйынса ла эш ҡуҙғатҡан инек. Әлеге көндә уның документацияһы эштәре тамамланған, мәсеттең урыны ла кәртәләнеп алынған, будка ҡуйылып, биләмәгә электр һуҙылған. Пандемия арҡаһында әле төҙөлөш туҡталып тора. Мөмкинлек булыу менән ул дауам итәсәк.

- Пандемия мәсеттәргә йөрөүселәрҙең һүлпәнәйеүенә килтермәнеме?

- Ысынлап та, пандемия осоронда халыҡтың мәсеткә йөрөүе һирәгәйҙе. Бигерәк тә оло йәштәгеләр һаны кәмене. Шулай ҙа Аллаһы Тәғәләне оноторға ярамай. Өйөгөҙҙә булһа ла намаҙ уҡырға, дини китаптар уҡып белем алырға кәрәк. Был афәттән ҡотҡарыу өсөн Аллаһы Тәғәләнән ялбарып доға ҡылырға онотмайыҡ. Һәр нәмә Аллаһы Тәғәлә тәҡдиренән тора. Был йәһәттән шуны ла өҫтәп әйтеп үтер инем, динебеҙҙә сирҙәрҙән һаҡланыу өсөн саралар элек-электән булған. Мәҫәлән, ашар алдынан да, ашап бөткәс тә ҡул йыуыу Мөхәммәт Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләмдең сөннәте булған. Тимәк, динебеҙҙә таҙалыҡ хөкөм һөргән. Биш ҡабат намаҙ уҡыр алдынан тәһәрәт алғанда ла кеше танауын 3-әр тапҡыр сайҡай. Был да вирустарҙың кеше организмына кереүенән һаҡлай. Һанай китһәң, бындай саралар динебеҙҙә бик күп. Ғөмүмән, дин – ул кешегә рухи көс тә бирә. Динле кеше ауырлыҡтарға сыҙамлы була, киләсәккә өмөт менән йәшәй белә. Рухи көсө булмағандар донъя һынауҙарына ла, сирҙәргә лә бирешеп бара. Шуға ла күңел көсөбөҙҙөң ныҡ, таҙа булыуын үҙебеҙ хәстәрләйек.


- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас