

Беҙҙең һәр беребеҙ өсөн әсәй – тормошобоҙҙағы иң яҡын кеше, хәстәрлек һәм яғымлылыҡ, тоғролоҡ һәм фиҙаҡәрлек сағылышы. Уның һөйөүе һәм ышанысы һәр ваҡыт ярҙам итә, ҡанатландыра, ә өйрәткән аҡылы һәм яҡшылығы һәр саҡ беҙҙең менән ҡала.
Ҡәҙерле ҡатын-ҡыҙҙар, әсәйҙәр, йортобоҙ усағын һаҡлаусылар! Арымаҫ хеҙмәтегеҙ, сикһеҙ сабырлығығыҙ, күңел йылығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Йорттарығыҙҙа һәр ваҡыт бәхет һәм шатлыҡ йәшәһен, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ сәләмәт булһын, барлыҡ хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын. Һеҙгә тыныслыҡ, изгелек һәм именлек теләйем!
Азат ИШЕМҒОЛОВ, Ишембай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан