Йәмғиәт
27 Ноябрь 2021, 09:00

Өйҙәрегеҙ йылы булһын...

Өйҙәрегеҙ йылы булһын. Түрҙәрегеҙ киң булһын. Сөкөрләшеп, мәж килешеп сәй эсерлек моң булһын. Дәрт булһын. Туғандар булһын.

Өйҙәрегеҙ йылы булһын...Өйҙәрегеҙ йылы булһын...
Өйҙәрегеҙ йылы булһын...

Арып, үҙ өйөңдәге тәмле генә сәйҙе һағынып ҡайтырлыҡ эшегеҙ булһын. Һағынып көткән яҡындарығыҙ булһын. Калуш кеймә, ана, быйма эләктер, тип хәстәрләп торған ғәзиздәрегеҙ булһын. Донъялар имен булһын.

Күңелдәр көр булһын. Ихаталар аҡ көрт булһын. Тәҙрәләрҙә уттар булһын. Тормош йыры гөрләп торһон.


Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Гөлсәскә Мостаева
Читайте нас