Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2021, 12:30

ЭШЕ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ ҒӘМБӘР АПАЙ

Илке-һалҡылыҡҡа өйрәнмәгән оло быуын кешеләре. Эшкә яуаплылыҡ, етди ҡараш хас уларға. Ҡалабыҙҙа йәшәүсе Ғәмбәр Әсәҙуллина өлгөһөндә лә был асыҡ сағыла. Күптән түгел уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исеме бирелеүе уның тырышлығына оло баһа.

ЭШЕ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ ҒӘМБӘР АПАЙ
ЭШЕ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ ҒӘМБӘР АПАЙ

Үҙе Күгәрсен районында тыуып-үҫһә лә, 1979 йылдан яҙмышы Ишембай менән бәйле. Илле йылға яҡын ғүмерен бухгалтерлыҡ эшенә арнай, уның күп өлөшө һаулыҡ һаҡлау тармағында үтә. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, әле лә ял итеп кенә ултырырға ашыҡмай ул. Белгәнен йәштәргә өйрәтә, тәжрибәһе менән бүлешә.

Иғтибарҙы, тиҙ фекерләй белеүҙе талап иткән был һөнәрҙе уйламағанда һайлай тип әйтһәк тә хата булмаҫ. Мәктәптә унынсы класты тамамлағас, ул медицина институтына барырға ҡарар итә. Ләкин конкурс ҙур булыу сәбәпле, унан үтә алмай. Йәш ҡыҙҙы һөтсөлөк фермаһына иҫәпсе итеп эшкә саҡырғас, тәҡдимде ҡабул итә. Был һөнәр
уның күңеленә ята. Ә икенсе йылына Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға юллана. Бухгалтер һөнәрен алған йәш белгес тәүҙә тыуған районында тәжрибә туплай. Ғаилә ҡорғас, Ишембайға күсеп киләләр. Тәүге осор көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә бухгалтер булып эшләһә, аҙаҡ үҙенең һөнәре буйынса һаулыҡ һаҡлау тармағына
күсә. Баш бухгалтер кеүек яуаплы вазифаны башҡарғанда ла һынатмай ул. Аҙаҡ Ғәмбәр Вәли ҡыҙы хеҙмәт юлын Салауат медицина колледжы менән бәйләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшенән айырылмай. Алтмыш йәшкә тиклем баш бухгалтер булһа, әлеге көндә бухгалтер булараҡ хеҙмәт юлын дауам итә.

- Элек тә эшемде яраттым, әле лә күңел һалып башҡарам. Иғтибарҙы, түҙемлекте, теүәллекте талап итә ул. Һөнәремде яратҡас, хеҙмәтемдән илһам алам. Йәштәргә кәңәш итеп шуны әйтер инем, әгәр ниндәйҙер сәбәп арҡаһында уйлаған ниәтегеҙ тормошҡа ашмаһа, һис кенә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә ярамай. Һәр кемгә үҙенең юлы барыбер асыла, - тигән кәңәштәрен дә әйтергә онотманы Ғәмбәр апай.

Ғәмбәр Вәли ҡыҙы тормош иптәше менән ике ҡыҙ үҫтерәләр, өлкәне әсәһе юлынан китә, әлеге көндә ул бухгалтер булып эшләй. Тимәк, Ғәмбәр апай үҙенең өлгөһөндә
ҡыҙында ла һөнәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята алған.

Кешене хеҙмәте күтәрә. Ғәмбәр Әсәҙуллина ла үҙенең эше менән бәхетле. Бындай тойғолар бары тик хеҙмәтеңә бар күңелеңде биреп, намыҫ менән эшләгәндә генә барлыҡҡа киләлер.


Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: