Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 19:55

“Балаһы менән мине түгел, аҡсаны һайланы...”

Суммаһын һорамағыҙ, ҙур ғына, әйтергә тел дә әйләнмәй. Ул ғына ла түгел, ата-әсәйем фатир алһағыҙ тип биргән аҡсаны ла ҡуша тотторғайным...

“Балаһы менән мине түгел, аҡсаны һайланы...”

Тормош булғас, төрлө хәлдәр осрай. Әммә Мәрйәмдең һөйләгәндәре аптыратырлыҡ.

“Уңмаған юлды ҡыума, - тип йыш ҡына әйтә ине әсәйем. Әммә мин уның һүҙҙәренә артыҡ иғтибар итмәнем, хәҙер генә бик тә кәрәк булған икән, тип үкенәм. Тик һуң инде, исмаһам, башҡаларға һабаҡ булһын тормошом, - тип башланы ул һүҙен. – Кейәүгә сыҡҡанда университетты тамамлап, бер ойошмала уңышлы ғына эшләп йөрөй инем. Тәү күреүҙән ғашиҡ булған кешем менән ғаилә ҡороуыма сикһеҙ шатландым, эшкә ҡанатланып барҙым. Улыбыҙ тыуҙы, ҡыуаныслы мәшәҡәттәр артты, тик бына иремдең миңә мөнәсәбәте һалҡынайғандан-һалҡынайҙы. Аҡса етмәй тигәс, балаға бер йәш тулмаҫ элек үк эшкә сыҡтым. Тик бына бер аҙ ваҡыт үткәс, ирем мине эргә-тирәләге ирҙәрҙән көнләшә, ул ғына түгел ҡул күтәрә башланы. Был хәл ғәҙәти күренешкә әйләнгәс, улым йыш сирләй башлағас, был “тамуҡ”тан ҡасырға булдым. Балама биш йәш ине ул саҡта. Икенсе ҡалала фатирҙым ҡуртымға алып, төпләндем. Ирем дә киреләнеп торманы, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, айырылышырға ҡарар итте... Был ваҡытта икенсе тапҡыр кейәүгә сыҡмам тип ант иткәйнем...

Бер йылдан ашыу ваҡыт үткәс, бер ир менән таныштым һәм уның миңә, улыма  ҡарата яҡшы мөнәсәбәтенән эреп төштөм, үткән ваҡиғалар ҙа онотолоп юҡҡа сыҡты. Кейәүгә сығырға тигән тәҡдим булғас, “Юҡ”, - тимәнем, киреһенсә, хәл-ваҡиғаларҙың ошолай барышына ҡыуанып бөтә алманым. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ике бала мәшәҡәттәре менән “ҡайнаған” ваҡытта иремдең үҙәгәрә башлағанлығын һиҙмәгәнмен дә. Беҙгә аҡсаны аҙ бирә башланы бер мәл. “Эшең яҡшы, килемле, сыҡһаң да була инде, иш янына ҡуш булыр. Яңы эш асырға теләйем, һиңә сюрприз”, - тип һөйләнгәс, ризалаштым. Һуңғараҡ кредит алыуымды һораны, йәнә ҡаршы төшмәнем. Суммаһын һорамағыҙ, ҙур ғына, әйтергә тел дә әйләнмәй. Ул ғына ла түгел, ата-әсәйем фатир алһағыҙ тип биргән аҡсаны ла ҡуша тотторҙом. Фатир һатып ала тип уйланым...

Шул көндән алып ирем юҡҡа сыҡты. Мин уның менән берәй хәл булдымы икән әллә тип, дуҫтарына, барыһына ла шылтыраттым. Табылды аҙаҡ, тик айырылышыуҙы һораны. Баҡтиһәң, минең кеүек ышанып барған тағы бер ҡатынды тапҡан икән...

Үҙемдең хәлем тураһында ата-әсәйемә һөйләргә лә ҡурҡам: улар аҡсаһын үҙҙәренә йүнләп тотонмай, миңә тип йыйғайнылар. Элекке иремдең аҡса алғанлығын раҫлаған бер ниндәй ҙә документ ҡулымда юҡ, банкта ла үҙем килешеүгә ҡул ҡуйҙым. Хәҙер ике бала менән яңғыҙмын. Икенсеһенә бер йәш тә юҡ әле. Ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәйбеҙ, иртәгә нимә булырын күҙ алдына килтерә алмайым...”

 

 

Фото: woman.com

Айһылыу Низамова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.